

“Иҡтисадсы булыу тормошта ышаныслы йәшәү өсөн киңерәк мөмкинлектәр бирә. Был фән өлкәһен һайлауыма бер ҙә үкенмәйем”,- ти “Үҙәк” МТС-ның “Нива” Ҡырмыҫҡалы филиалының әйҙәүсе иҡтисадсыһы Әлфирә Вәхитова.
Әлфирә Әхмәт ҡыҙы Шайморатов ауылында тыуған. Һуңынан уның ғаиләһе Ҡырмыҫҡалы ауылына күсеп килә. 1-се һанлы Ҡырмыҫҡалы мәктәбен тамамлағас, документтарын Өфө финанс техникумына тапшыра. Техникум тамамлаған ҡыҙ артабан уҡыуын В.В.Куйбышев исемендәге Ҡазан финанс-иҡтисад институтында дауам итә. Тырыш ҡыҙҙы төркөм старостаһы итеп һайлайҙар. Бынан тыш, Ҡазан ҡалаһының Вәхитов район Советы депутаты ла була. Практиканы тыуған төйәге Ҡырмыҫҡалыла “Агропромбанк” йәмғиәтендә үтә. 1990 йылда институт тамамлап, йүнәлтмә менән Өфөгә ҡайта, унан Ҡырмыҫҡалыға йүнәлтмә ала. Шулай итеп “Агропромбанк”тың кредит бүлегендә эш башлай.
Олокүл ауылы егете Валир Фәүзи улы менән танышып, бер-береһен оҡшатып, ғаилә ҡоралар. Олокүлгә күсеп килгәс, Әлфирә апай бер аҙ Ҡырмыҫҡалыға йөрөп эшләй. Артабан хеҙмәт юлын Олокүл ауылында урынлашҡан Ҡырмыҫҡалы ремонт-техник предприятиеһында иҡтисад буйынса директор урынбаҫары булып дауам итә. 2004 йылда “Үҙәк” МТС-ның “Нива” Ҡырмыҫҡалы филиалына эшкә килә. Тәүҙә матди өҫтәл бухгалтеры итеп тәғәйенләйҙәр, һуңынан әйҙәүсе иҡтисадсы вазифаһын йөкмәтәләр. Уның был вазифала хеҙмәт стажы – 21 йыл. Ҡайҙа ғына эшләһә лә үҙен тырыш, намыҫлы хеҙмәткәр итеп таныта. Был хаҡта уның бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һөйләй.
- Эшемде бик яратам. Миңә һәр ваҡыт һандар менән эшләү оҡшай ине. Иҡтисадсы һөнәре мәктәп эскәмйәһенән үк күңелемә ятты. Ул бик ҡыҙыҡлы һөнәр. Иҡтисади хәлде баһаларға һәм ойошманың финанс хәлен яҡшыртыуҙың төрлө юлдарының һөҙөмтәлелеген иҫәпләргә мөмкинлек бирә, - ти Әлфирә апай.
Уның яуаплылығында – хеҙмәткәрҙәр иҫәбе, эш хаҡы, производство һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге, ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтар үҙгәреше һәм башҡалар тураһында квартал һәм йыллыҡ отчёттар.
- Беҙҙең эш ауыл хужалығы предприятиеларын хеҙмәтләндереү менән бәйле. Төрлө иҡтисади мәсьәләләр буйынса консультациялар үткәрәбеҙ. Эшселәребеҙ беҙҙең иҫәптән зыян күрмәһен өсөн, аныҡ иҫәп-хисап алып барырға тырышабыҙ.
“Үҙәк” МТС-ның ун филиалы бар. Һәр филиал үҙ зонаһын хеҙмәтләндерә. Беҙҙең ҡарамаҡта Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Бүздәк һәм Иглин райондары. Һәр ерҙә ауыл хужалығы хеҙмәттәре күрһәтәбеҙ, башҡарылған эштәр буйынса күләмдәрҙе ябыу бурыстарын, механизаторҙарға хеҙмәт хаҡы иҫәпләү функцияһын башҡарабыҙ. Квартал аҙағында ошо эшмәкәрлек буйынса анализ үткәрәбеҙ. Бөтә иҫәпте яңы программала алып барабыҙ. Беҙҙең Ҡырмыҫҡалы иҡтисад бүлегендә бер иҫәпсе һәм мин - әйҙәүсе иҡтисадсы эшләй. Бер иҫәпсе хеҙмәткәребеҙ әлегә декрет ялында, - ти Әлфирә Әхмәт ҡыҙы.
Яңы килгәндәр ҙә бында үҙҙәрен коллективтың бер өлөшө итеп тоя, сөнки Әлфирә Әхмәт ҡыҙы кеүек хеҙмәткәрҙәр һәр ваҡыт уларға кәңәштәрен биреп, ярҙам итергә әҙер.
Предприятие үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһы етештереү, хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә. Филиалдың һөрөнтө ер майҙандарында төрлө культуралар сәселә. Уның составында Архангел һәм Шишмә районында урынлашҡан ике ферма, үҙ элеваторҙары бар. Әйткәндәй, “Үҙәк” МТС-ның Ҡырмыҫҡалы филиалы Башҡортостанда иң яҡшыһы тип билдәләнә. Күрһәткестәрҙең яҡшыра барыуында Әлфирә Әхмәт ҡыҙының да өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Шуға күрә яратып һайлаған һөнәр нескәлектәрен биш бармағылай белеп, ҙур тәжрибәгә эйә булған үҙ һөнәренең оҫтаһын коллективта хөрмәт менән телгә алалар.
Әлфирә Әхмәт ҡыҙы эшенең тығыҙ, яуаплы булыуына ҡарамаҫтан, өйөндә лә барыһына ла өлгөрә. Балаларына өлгөлө әсә, иренә тоғро ҡатын булып ғүмер кисерә. Вәхитовтар хеҙмәттән йәм табып, балаларының уңыштарына һөйөнөп, тырышып донъя көтә. Ғаилә башлығы Ҡырмыҫҡалы ремонт-техник предприятиеһында транспорт буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Һуңынан Ҡарлыман элеваторы директоры була. Артабан “Башсельхозтехника” йәмғиәтенең коммерция һәм лизинг бүлегендә эшләп хаҡлы ялға сыға. Вәхитовтар үҙҙәре кеүек бар яҡтан уңған ике ҡыҙ үҫтергәндәр.
Әйткәндәй, ҡыҙҙары ла әсәләренең юлын һайлағандар. Өлкән ҡыҙҙары Эльза Өфө аграр университетының иҡтисад факультетын тамамлаған. Бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында эшләй. Тормош иптәше менән бер малай үҫтерәләр. Икенсе ҡыҙҙары Луиза Өфө иҡтисад һәм финанс институтын тамамлап Өфө ҡалаһының Һаҡлыҡ банкында эшләп йөрөй. Ағымдағы йылдың сентябрь айында ғаиләле булған.
Әлфирә Әхмәт ҡыҙына һәм был һөнәр эйәләренә һандар, иҫәп-хисапҡа ҡоролған эштәрендә уңыштар, барлыҡ пландарының тормошҡа ашыуын, иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА
Автор фотоһы.