

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01) Аҙна яҡшы ғына башланыр. Күтәренке кәйеф менән эшкә тотонорһоғоҙ. Шаршамбыла хәлдәр барышы бөтөнләй уйламаған йүнәлеш алыуы ихтимал. Ҡай-саҡ күңелегеҙгә ятмаған эш менән булышырһығыҙ.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02) Ижади һәләтегеҙ күҙгә күренеп артыр. Башығыҙҙа өмөтлө фекерҙәр тыуып торор. Был көндәрҙә күп аралашырһығыҙ. Йондоҙҙар аҡса менән бәйле эштәрҙә һаҡ булырға ҡуша. Был бигерәк тә яңы таныштарығыҙға ҡағыла.
Балыҡ (20.02 – 20.03) Был арала ҙур һәм етди эштәр менән артыҡ булышмағыҙ, уйламаған ҡыйынлыҡҡа осрарһығыҙ. Төп иғтибарығыҙҙы яҡшы таныш булған көндәлек мәсьәләләргә йүнәлтеүегеҙ дөрөҫ булыр.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04) Күпкә өмөт итмәгеҙ, мөмкинлектәрегеҙ ҡапыл сикләнер. Башҡалар менән уртаҡ тел табыу ҙа һиҙелерлек ауырлашыр. Шаршамбыла бер генә яңлыш әйтелгән һүҙ менән кемделер рәнйетеүегеҙ ихтимал. Бының һөҙөмтәһе оҙаҡҡа һуҙылыуы бар.
Буға ( 21.04 – 21.05) Үткән уңышлы осорҙо һағынып иҫкә алырһығыҙ моғайын. Артабан һеҙҙе оҙайлы һәм ҡатмарлы көндәр көтә. Хәлдәрҙең ахыры үҙегеҙ менән генә бәйле булыр. Әгәр түҙемлек һәм тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, мотлаҡ уңырһығыҙ.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06) Шишәмбелә ашығыс ҡарарҙар ҡабул итеүҙән һаҡланығыҙ. Ахырҙа үҙегеҙ күрерһегеҙ, улар дөрөҫ булмаҫтыр, моғайын. Үткән аҙнаның ваҡиғаларынан тейешле һығымта яһай алһағыҙ, бик яҡшы булыр ине. Артабан һеҙҙе оҙайлы өмөтлө осор көтә.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07) Алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылыр һымаҡ. Шулай ҙа һәр осраҡта ла һаҡ булыуығҙ мөһим. Эргәгеҙҙә ышанысһыҙ бәндәләр ҙә бар. Кесе йомала ишеткән хәбәр–мәғлүмәттәрҙе ҡат-ҡат тикшерегеҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08) Башығыҙҙа яңы өмөтлө фекерҙәр даими тыуып торор. Был арала күптәнге бер-нисә мәсьәләне лә ыңғай хәл итерһегеҙ. Шишәмбелә йондоҙҙар етеҙ эш итергә ҡуша. Күпте өмөт иткәндәргә артыҡ ышанмаҫҡа тырышығыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09) Аҙнаны бик әүҙем башлап ебәрерһегеҙ һәр осраҡта ла үҙегеҙҙе тыныс һәм ышаныслы тойорһоғоҙ. Бәғзеләр ҡыҫҡа ваҡытлы сәфәргә лә сығыр. Улар мотлаҡ ыңғай булмаҡсы һәм ниндәйҙер мәсьәләне хәл итә алырһығыҙ, моғайын.
Үлсәү (24.09 – 23.10) Уңыштарға өлгәшеү өсөн ҡәҙимгенән күберәк көс тә түгерһегеҙ. Шишәмбенән һуң һеҙҙең тирәләге ваҡиғалар бөтөнлйә уйламған йүнәлеш алыуы бар. Кемдер шәхси тормошоғоҙҙа ҡыйынлыҡтарға тап булыр һымаҡ.
Саян (24.10 – 22.11) Көндәр еңел килергә оҡшамай. Шишәмбелә рсми ойошмаларға мөрәжәғәт итеү файҙаһыҙ булыр. Был арала ниндәйҙер етди осрашыуҙы күсерергә тура килер. Әйткәндәй, бында һеҙҙең бер ниндәй ҙә ғәйебегеҙ булмаҫ.
Уҡсы (23.11 – 21.12) Эсегеҙҙе бошорған сәбәптәр табылып ҡына торор. Шулай ҙа һәр хәлдә әллә ни һиҙелерлек зыян күрмәҫһегеҙ. Бәғзеләр аҙна башында өмөтлө танышлыҡ булдырыр. Тиҙ арала уның файҙаһын асыҡ күрерһегеҙ.
ӨМӨТБАЙ.
Автор:Рөстәм Илтенбаев
Сығанаҡ: https://ye102.ru/articles/mahsus/2025-11-08/yondo-nam-10-16-noyabr-4448842