+28 °С
Болотло


Хикмәтле хикәйәт
Иң ҙур проблема...
Аҡыл эйәһе бер уҡыусыһынан һорай ти:
– Кешенең тормошонда иң ҙур проблема нимәлә?
– Бәлки, кешеләрҙең үҙ һорауҙарына яуап таба алмауылыр?..
– Юҡ шул, – тигән Остазы. – Тормошта иң ҙур проблема: кеше яуап эҙләй торған һорауҙарҙы таба белмәй.
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.