Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
6 Ноябрь 2025, 09:47

Тыуған ил алдында һынатмаҫбыҙ

Район ир-егеттәре махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса Тыуған илен һаҡлауҙы дауам итә. Улар юғары дисциплиналы һәм лайыҡлы рәүештә махсус хәрби операция бурыстарын үтәй.

Тыуған ил алдында һынатмаҫбыҙТыуған ил алдында һынатмаҫбыҙ
Тыуған ил алдында һынатмаҫбыҙ

Район ир-егеттәре махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса Тыуған илен һаҡлауҙы дауам итә. Улар юғары дисциплиналы һәм лайыҡлы рәүештә махсус хәрби операция бурыстарын үтәй.
“Гира” позывнойлы яҡ­­­та­шыбыҙ Ефремкин ауылында тыуған. Урындағы мәктәптә белем ала. Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ була. Волейбол, баскетбол һәм өҫтәл теннисында уйнай. Мәктәп һәм ра­йон кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәктәпте тамамлағас, Стәр­летамаҡ төҙөлөш, иҡ­тисад һәм хоҡуҡ колледжына уҡырға инә. Һайлаған һөнәре буйынса уҡыуын тамамлай алмай: йәше еткән егетте армияға алалар. Ул Әрмәнстанда бүлек командиры булып хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, тыу­ған төйәгендә төпләнергә ҡарар итә. Тәүҙә төрлө эштәрҙә йөрөй, һуңынан “Красное-Белое” магазины келәтендә эшләй. Өйләнмәгән.
Украинала махсус хәрби операция башланып, 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, районыбыҙҙан иң тәүгеләрҙән булып мобилизацияланып, Тыуған ил именлеге, яҡты киләсәк хаҡына Ватанды һаҡларға юллана. Башта Ҡазанда ике ай әҙерлек үткәс, уларҙы һуғыштың иң ҡыҙыу нөктәһе – алғы һыҙыҡҡа ебәрәләр. Бөгөнгө көндә мотоуҡсылар полкының 1-се батальонында взвод командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә.
- Полкта бер нисә офицерҙарҙан башҡа бөтә мобилизацияланған егеттәр Башҡортостандан, ә ротала иң күбеһе Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарынан. Егеттәр менән бик дуҫ булдыҡ. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәнек. Тыу­ған яҡтан гуманитар ярҙам даими килеп тороуы, бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүҙәре ҡыуаныслы. Айырыуса балалар яҙған хаттар кәйефте күтәрә, күңелде йылыта. Дөйөм алғанда, барыһы ла яҡшы. Тыуған ил саҡырған, тимәк урыныбыҙ сафта, Тыуған ил алдында һынатмаҫбыҙ, - ти яугир.
“Гира” хәрби хеҙмәт традицияһын лайыҡлы дауам итә һәм махсус хәрби операция биләмәһендә фиҙаҡәрлек күрһәтә. Яугир яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн “Батырлыҡ өсөн”, “Донбассты азат иткән өсөн”, “Хәрби батырлыҡтары өсөн”, “МХО-ла ҡатнашыусы” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Әлеге ваҡытта “Гира” позывнойлы яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайт­ҡан.
- Ауылда рәхәт, тыныс. Ҡәҙерле кешеләремдең янымда булыуы, уларҙы көн дә күреүем үҙе бер ҡыуаныс. Дуҫтарым менән осрашып, аралашып торабыҙ, - ти яугир. Шулай итеп уның отпускыһы туғандар менән осрашып, ҡунаҡҡа йөрөп, дуҫтар менән күрешеп үтә. Тиҙҙән ул йәнә үҙ хеҙмәттәштәре эргәһенә юлланасаҡ.
Район егеттәре Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итә, ә беҙ уларҙың имен-һау ҡайтыу­ҙарын теләп ҡалабыҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар бу­йынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға, йәиһә, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел ра­йондары хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас