

Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам итеү буйынса һәр ауыл халҡы әүҙем эшләүен дауам итә. Ирекмәндәр үҙҙәренең ваҡытын һәм көсөн хәстәрлеккә һәм иғтибарға мохтаж булғандарға бағышлай. Был йәһәттән Иҫке Ҡыйышҡы ауылының “Иҙел” ирекмәндәр штабы ла хәлдәренән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға ынтыла.
Улар МХО яугирҙәре өсөн бергәләп маскировкалау селтәрҙәре үрәләр, окоп шәмдәре яһайҙар, һалма йәйәләр, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләйҙәр, аҡса йыйып ир-егеттәргә кәрәкле әйберҙәр алып оҙаталар.
- Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләрбеҙ. Маскировка селтәрҙәре лә үрелер, кәрәк икән, йылы ойоҡбаштар ҙа бәйләнер, башҡалары ла әҙерләнер. Иң мөһиме: махсус операцияла булған егеттәребеҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын. Беҙ уларҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, - ти Иҫке Ҡыйышҡы ауылының мәрхәмәтле ҡатын-ҡыҙҙары.
Әйткәндәй, ауылда аҙна һайын акция үткәрелеп халыҡтан махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам йөҙөнән аҡса йыйыу ойошторола. Йыйылған аҡсаға эске кейем, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек, консервалар һәм башҡалар һатып алалар. Уҙған аҙнала ирекмәндәр Дамира Ғибәҙуллина өйөндә йыйылып, махсус операцияла ҡатнашыусыларға туҡмас йәйҙеләр. Туҡмас өсөн йомортҡа һәм он ауыл халҡынан йыйылған аҡсаға һатып алынған. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары Әлмира Сафина, Тәнзилә Низамова, Мәҙинә Мугалина, Фәриҙә Андрианова, Әлфиә Маҡаева, Гүзәл Латипова, Дамира Ғибәҙуллина һәм Лидия Маглиевалар дәррәү тотоноп, күмәкләп был изге эште атҡарып сыҡтылар. Туҡмас янына аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын өҫтәп, Ҡырмыҫҡалы ауылында урынлашҡан “Кармаскалинцы СВОим” ирекмәндәр штабына илтеп бирҙеләр.
Яугирҙәргә гуманитар ярҙам күрһәтеүгә ҙур өлөш индергән Иҫке Ҡыйышҡы ауылы халҡына афарин, тиергә генә ҡала.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.