Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
4 Ноябрь 2025, 08:34

Көнө буйына ултырып эшләһәң...

...Һаулығыңды гел иғтибарҙа тоторға тейешһең.

Көнө буйына ултырып эшләһәң...Көнө буйына ултырып эшләһәң...
Көнө буйына ултырып эшләһәң...

...Һаулығыңды гел иғтибарҙа тоторға тейешһең. Сөнки оҙаҡ ултырыуҙан ҡан тамырҙарына зыян килә. Ғалимдар һаҡланыу сараларын эҙләй, әлбиттә. Бына бер кәңәш.

Баҡһаң, какао эсеү сирҙән һаҡлай ала. Ғалимдар тәжрибә үткәргән. Бер төркөм ҡатнашыусыға какао эсергәндәр ҙә, тикшереп ҡарағандар. Ике сәғәт ултырғандан һуң да, уларҙың ҡан тамырҙарында үҙгәреш тойолмаған. Ә какаоны эсмәгән икенсе бер төркөмдөң артерияларында кире үҙгәреш күҙәтелгән. 

Оҙаҡ ултырып эшләүселәргә файҙалы икән ул какао! Тағы ла сәй эсергә, алма һәм башҡа емеш-еләкте күберәк ашарға тәҡдим итәләр.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас