

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һеҙҙе үҙгәрештәр көтә. Уларҙың күпселеге ыңғай булырға оҡшай. Шулай ҙа байтаҡ көс түгергә тура килер. Шаршамбылағы ҡыйынлыҡтарҙы күтәренке кәйефегеҙ еңергә ярҙам итер. Был аралағы сығымдарығыҙ киләсәктә мул килемгә килтерер.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Осор ҡатмарлы булыр. Иң тәү сиратта һеҙҙән түҙемлек кәрәк булыр. Алдан төҙөгән ҡайһы бер маҡсаттарығыҙҙан әлегә баш тартырға кәрәктер. Йомала мөмкинлектәрҙе дөрөҫ самалағыҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Йондоҙҙар матди хәлегеҙгә иғтибар бирергә ҡуша. Бәғзеләргә аҡсалата сығымдарын ваҡытлыса кәметергә лә тура килер, бәлки. Шаршамбыла эске тауышығыҙ ҡатмарлы хәлдән сығыу юлын күрһәтер. Кесе йомала ыңғай ваҡиға көтөгөҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Шишәмбелә ниндәйҙер ҡаршылыҡҡа осрарһығыҙ. Бер аҙ тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, барыһы ла тиҙ яйланыр. Кесе йомала ла мөһим һөйләшеү көтөгөҙ. Уның ахыры һеҙҙең өсөн өмөтлө булыр. Күптән үткән ваҡиғалар иҫегеҙгә төшөп торор.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙнаны әүҙем башларһығыҙ. Ҡайһы бер мөһим мәсьәләне еңел генә хәл итә алырһығыҙ, моғайын. Тормошоғоҙға үҙгәрештәр индерерһегеҙ, уларҙың барыһы ла ыңғай буласаҡ. Алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылыр.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һүҙегеҙ һәр саҡ үтемле булыр. Башҡалар менән аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Һеҙгә ышанырҙар, һәр саҡ ярҙам итеп торорҙар. Бәғзеләр йәмәғәт сараларында ла ҡатнашыр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Көндәр үтә мәшәҡәтле килер. Яҡындарығыҙҙан кемдер эштәрегеҙгә ҡыҫылырға маташыр, тик был файҙаға ғына булыр. Был арала үҙегеҙҙе ыңғай яҡтан күрһәтерһегеҙ. Кеше араһында абруйығыҙ мотлаҡ артыр.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна уңышлы булыр. Бик күптән башлаған сетерекле эште тамамлап ҡуйырһығыҙ. Шаршамбыла үҙегеҙҙе бөтөнләй яңы өлкәлә ыңғай күрһәтә алырһығыҙ. Йомалағы һөйләшеү өмөтлө көтөлә.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Кәйефегеҙ һәр саҡ күтәренке булыр. Шишәмбеләге ҡыйынлыҡтар ҙа уны төшөрә алмаҫ, моғайын. Элек һеҙгә ниндәйҙер этлек эшләгән кеше тейешле язаһын алыр. Ошо көндәрҙә күптән күрмәгән кеше бәйләнешкә сығыр һымаҡ.
Саян (24.10 – 22.11)
Еңел көндәргә өмөт итмәгеҙ. Һис тә уйламағанда күптән онотолған мәсьәләләр яңынан ҡалҡып сығыр. Алдан ҡорған пландарығыҙҙы боҙорға тура килер. Аралашыуҙа ла ҡыйынлыҡтарға осрарһығыҙ. Йомалағы хәлдәр күңелегеҙҙе бер аҙ күтәрер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Тап был арала һеҙҙе күптән борсоған ниндәйҙер эштең хәл ителеү юлына төшөнөрһөгөҙ. Уны йәтеш кенә тамамлап ҡуйырһығыҙ. Шаршамбыла башҡалар иғтибар итмәгән өмөтлө мөмкинлектәр күрерһегеҙ.
ӨМӨТБАЙ.