Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
1 Ноябрь 2025, 18:35

Шок! Айыу кәртә-ҡураға инеп малдарҙы талаған!

Ҡот осҡос хәл кисә кис Әбйәлил районында була.

Шок! Айыу кәртә-ҡураға инеп малдарҙы талаған!Шок! Айыу кәртә-ҡураға инеп малдарҙы талаған!
Шок! Айыу кәртә-ҡураға инеп малдарҙы талаған!

Ҡот осҡос хәл кисә кис Әбйәлил районында була.

Селивановка ауылында айыу бер кешенең ихатаһына үтеп ингән һәм 10 һарыҡтың башына еткән!
Дәүләт ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы Зилә Шәғәлина хәбәр итә:
- Ошо хәл тураһында беҙгә һарыҡ хужаһы һөйләне. Кисә кис ул этенең абалап өргәнен ишетә. Ир ишек алдына сығып, һарыҡтары торған ергә киткән. Фонарҙы яндырып ебәрһә, айыуҙың һарыҡтарҙы атып-бәреп йөрөгәнен күрә. Хужа ни эшләргә лә белмәй, ҡысҡырып ебәрә, уның тауышынан өркөп айыу 1,5 метрлыҡ ҡойманы һикереп кенә сығып китә. Иртәнсәк инде ихата хужаһы айыуҙың 10 һарыҡты юҡ итеүен асыҡлай.
Беҙ бөтә халыҡҡа һаҡ булырға мөрәжәғәт итәбеҙ!- тиҙәр ауыл хакимиәтендә.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас