

Ҡәһүәне күптәр ярата, әммә кемгәлер сәләмәтлеге буйынса уны эсергә ярамай.
Әммә быны хәл итеп була.
Был тәмләткестәрҙе ҡушһаң, ҡәһүәнең организмға кире йоғонтоһо кәмей һәм ул беҙҙең файҙаға эшләй башлай.
Ҡара борос. Ул аш эшкәртеү системаһына ныҡ ыңғай тәьҫир итә, токсиндарҙы сығара, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй, антисептик булараҡ йоғонто яһай. Бер -ике бөртөк боросто эҫе ҡәһүәгә һалып, бер аҙ көтөргә һәм эсергә мөмкин.
Кардамон. Тынысландыра. Ашҡаҙанды нығыта. Ҡәһүәгә иҫ киткес хуш еҫ бирә.
Ҡәнәфер. Ҡан әйләнешен яҡшырта һәм ҡан баҫымын төшөрә. Ҡәнәферҙәге эфир майҙары ҡәһүәгә хуш еҫ өҫтәй, кофеиндың кире йоғонтоһон кәметә. Бер стаканға бер генә ҡәнәфер һалыу ҙа етә.
Дәрсен. Организмға ҡәһүәнең әсетеү тәьҫирен баҫа. Бер стакан ҡәһүәгә дәрсендең әҙ генә онтағын өҫтәргә мөмкин.
Имбирь. Нервы системаһын тынысландыра, ауыртыуҙы баҫа, ашҡаҙан-эсәк трактының эшмәкәрлеген көйләй.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-10-31/eserg-yarama-a-4449199