Районда мутлашыу осраҡтары йышайҙы. Илтирәк ауылынан Анна К. (исеме үҙгәртелде) аферистарға ышанып, аҡсаһынан мәхрүм ҡала.
Барыһы ла телефондан шылтыратыуҙан башлана. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәре тип таныштырған ир ҡыҙға иҫке өлгөләге Мотлаҡ медицина страховкалау полистарын ашығыс рәүештә яңы, пластик полистарға алыштырырға кәрәк, тип хәбәр итә. Ҡыҙ документын район дауаханаһынан алырға ризалаша һәм СНИЛС-тағы мәғлүмәттәрен әйтеп бирә.
Шул уҡ көндө мессенджерҙа Анна К.-ға башҡа мутлашыусы яҙа һәм үҙен “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы хеҙмәткәре тип таныштыра. Ул уның аккаунтын ватыуҙары тураһында хәбәр итә, һәм ашығыс рәүештә паролде алмаштырырға һәм ике факторлы аутентификацияны индерергә кәңәш итә. Анна К. шулай эшләй ҙә. Ләкин шәхси кабинетында ул үҙенә финанс менән идара итеүгә ышаныс ҡағыҙы рәсмиләштерелеүен күреп ҡото оса. Был хаҡта ул шунда уҡ “белгес”кә хәбәр итә.
Уны “Үҙәк банк хеҙмәткәре” менән тоташтыралар. Аферист ҡыҙҙы чатҡа өҫтәп, унда ышаныс ҡағыҙын ғәмәлдән сығарыу өсөн ғариза өлгөһө ебәрә. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бының өсөн ике этап үтергә кәрәк: “банк профилен яңыртырға” һәм “декларация ведомосын” тултырырға. “Ярҙам” һылтанмаһы менән ҡыҙ енәйәтсегә телефон экранындағы фотоһүрәттәрҙе, банк иҫәбе мәғлүмәттәрен һәм хатта смартфондағы ҡушымталар исемлеген дә ебәрә. Һуңынан эшкә “Үҙәк банк юрисы” ҡушыла. Ул хәүефһеҙлек өсөн “Кредит потенциалын ябырға” кәрәк, тип аңлата. Шул һылтау менән Анна К.-ға “Техникдепартамент”тан аҡсаны кредит карталарынан дебет карталарына күсерергә, тупланма иҫәптәрҙе ваҡытынан алда ябырға һәм, һәр операция тураһында скриншоттар биреп, күрһәтелгән иҫәптәргә аҡса күсерергә инструкциялар килә.
Анна һәм шулай уҡ был схемаға йәлеп иткән тормош иптәшенең банк карталарына сит аҡсалар килә башлай. Ҡыҙ, енәйәтселәргә ышанып, был аҡсаларҙы уларҙың күрһәтмәләре буйынса күсерә, асылда, мутлашыуҙа ҡатнаша.
Һөҙөмтәлә “аферистар һинең кредит картаңдан аҡса алырға тырышалар” тигән хәбәр килә. Был операцияны “блокировкалау” өсөн, енәйәтселәр Аннанан 118 мең һум аҡса алдап алалар. Шунан һуң ғына ҡыҙ масштаблы афераның ҡатнашыусыһы булыуын аңлай. Уяу булығыҙ!
Бер ҡасан да таныш булмаған кешеләргә шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, паролдәрҙе йәки банк карталарындағы мәғлүмәттәрҙе әйтмәгеҙ, хатта улар үҙҙәрен дәүләт органдары хеҙмәткәре тип таныштырһалар ҙа. Мәғлүмәтте һәр ваҡыт рәсми сайттарҙа тикшерегеҙ. Мутлашыусыларҙың ҡорбаны булһағыҙ, полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.