Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
31 Октябрь 2025, 05:22

Аферистар аша “һатып алған”

Һуңғы ваҡытта районда интернет-кибеттәрҙә мутлашыу осраҡтары йышайҙы. Улар аферистарға ышанып, алмаш частарға заказ бирәләр һәм аҡсаһыҙ ҡалалар.

Район үҙәгендә йәшәүсе Алексей Р. (исеме үҙгәртелде) менән дә шундай хәл була. Ир автомобиле өсөн автоматик күсергестәр тартмаһы (АКПП) һатып алырға ҡарар итә һәм белдереүҙәр сайтында тура килә торған вариантты таба.
Алексей Р. ышаныслы булып күренгән һатыусы менән элемтәгә инә. Ул заказды килтереү тураһында килешә һәм мутлашыусы иҫәбенә шаҡтай ҙур сумма – 73 950 һум аҡса күсерә. Ләкин ул посылканы көтөп ала алмай, шулай итеп, ул аҡсаһыҙ ҙа, тауарһыҙ ҙа тороп ҡала.
Хөрмәтле район халҡы! Интернет аша тауарҙар һатып алғанда, хеҙмәттәр менән файҙаланғанда һаҡ булырға кәрәк. Һатыусыларҙың рейтингыларын ҡарарға, һатып алыусыларҙың фекерен уҡырға, ойошмалар сайтында тапҡан мәғлүмәтте тикшерергә кәрәк. Иң мөһиме, аҡса күсергәнсе, тауарҙың ысынбарлыҡта булыуына инанырға кәрәк.
Ғәлиә КӘРИМОВА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас