Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
30 Октябрь 2025, 11:35

МХО ветерандарын хәстәрләп

Район мәшғүллек үҙәгендә махсус хәрби операция ветеранына ҡул менән идара итеп булған транспорт сараһына уҡыу өсөн сертификат тапшырылды.

МХО ветерандарын хәстәрләпМХО ветерандарын хәстәрләп
МХО ветерандарын хәстәрләп

Район мәшғүллек үҙәгендә махсус хәрби операция ветеранына ҡул менән идара итеп булған транспорт сараһына уҡыу өсөн сертификат тапшырылды.
Сертификатты махсус хәрби операция ветераны Азамат Шамбазовҡа документты Шишмә районының ДОСААФ бүлексәһе рәйесе Филүз Сәхибгәрәев тапшырҙы. Әйткәндәй, Башҡортостанда водителдәрҙе ҡул менән идара итеүгә ҡайтанан уҡытыу үткәрелгән берҙән-бер ойошма Шишмә районының Рәсәй ДОСААФ-ының урындағы бүлексәһендә урынлашҡан.
- Башҡортостан “В” категориялы во­ди­телдәрҙе ҡул менән идара итеүгә ҡайтанан уҡытыу программаһы тормош­ҡа ашырылған Рәсәйҙең өсөнсө төбәге булды. Тап беҙҙә, Шишмәлә, район етәкселеге һәм уның халҡы ярҙамы менән ошондай курс асыу мөмкин булды. Был белем биреү программаларының «В категорияһындағы транспорт саралары водителдәренең квалификацияһын күтәреү» сиктәрендә, ҡул менән идара ителә торған автомобилдәр өсөн мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән.
Шулай уҡ киләсәктә йөк машинаһын ҡул менән идара итеүгә өйрәтеү ҙә планлаштырыла, - тине Филүз Фәнил улы.
Сарала ҡатнашыусылар ҙа Азамат Фаил улына изге теләктәрен еткерҙе.
- Илебеҙ өҫтөндә тыныс күк йөҙө булһын, беҙ тыныс, имен тормошта йәшәһен өсөн дошман менән көрәшкән яугирҙәребеҙгә рәхмәтлебеҙ. Тыуған илде һаҡлауҙа ҡатнашҡан кешеләр барыһы менән тәьмин ителергә тейеш. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләрбеҙ, - тине муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева.
- Етди яраланғандан һуң да ул сафта ҡалған. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, сәләмәтлек, киләсәктә уй-­хыял­дарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Махсус хәрби операция темаһы миңә лә яҡын. Ул беҙҙең тормошҡа ла ҡырҡа үҙгәреш индерҙе. Минең ағайым хәрби операцияла батырҙарса һәләк булды. Азамат, һинең өсөн бик шатмын. Иң мөһиме - сәләмәт бул, ғаиләңә, йәмғиәткә кәрәкле һәм файҙалы кеше булып ҡал, - тине район мәшғүллек үҙәге директоры Шамил Хафизов.
- Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Азамат Шамбазовҡа авто­мобиль йөрөтөүгә мөмкинлек биреүсе сертификат тапшырҙыҡ. “Ватанды һаҡ­лаусылар” Дәүләт фонды ярҙамы менән махсус хәрби операция ветерандары ҡул менән идара итә торған автомобилгә эйә була ала. Азамат Фаил улының машина йөрөтөүгә праваһы, тәжрибәһе бар, ә хәҙер ветеран ҡул менән идара итә торған машинаны йөрөтөргә өйрәнәсәк. Шулай уҡ фонд махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы инвалид-ветерандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу һәм көнкүрештәрен еңеләйтеү маҡсатында уларҙың торлаҡтарын йәшәү өсөн ҡулайлы итеп яраҡлаштырырға ярҙам итә, - тине “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Ҡырмыҫҡалы районындағы төбәк филиалының социаль координаторы Ғәлиә Бикбаева.
Филүз Сәхибгәрәев махсус хәрби операция ветеранын ҡул менән идара итеүсе автомобилдә йөрөргә өйрәтеү өсөн махсус автомобилдә килгәйне. Район үҙәгенән Азамат Шамбазов ауылына үҙе руль артында ултырып ҡайтты.
Азамат Фаил улы Шамбазов 1983 йылда Ҡарлыман станцияһында тыуған. Бөгөнгө көндә Олокүл ауылында йәшәй. 9-сы класты Белорет районының Оло йылға мәктәбендә тамамлай. Артабан Сибай ҡалаһы күп профилле гимназия-­интернатында белем ала. Республика иҡтисади лицей-интернатында 11-се класты тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. Йәше еткән һәр егет хеҙмәткә ынтылған кеүек, Азамат та армияға китә. Карелияла энергия менән тәьмин итеү бүлеге командиры булып хеҙмәт итә. Ике йыл һалдат һурпаһын эсеп, сержант званиеһында ҡайта.
Армиянан ҡайтҡас, тыуған төйәгендә хеҙмәт юлын башлай. Ҡырмыҫҡалы ремонт-механика заводында, һуңынан Ҡабаҡ кирбес заводында эшләй.
Дуҫтарым контракт төҙөп китә баш­лағас, миндә лә шул теләк барлыҡҡа килде, ти ул. Азамат Шамбазов 2023 йылдың октябрь айында РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана. Хәрби зонала мотоуҡсылар батальонында хеҙмәт итә.
Азамат Фаил улы яуҙа ауыр яраланып, инвалидлыҡ алған, йәғни махсус хәрби операция зонаһында ике аяғын юғалт­ҡан.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас