

Үҙ теләге менән Ватаныбыҙ тыныслығы һағына баҫырға тәүәккәллек иткән ир-егеттәребеҙҙең был аҙымдары батырлыҡҡа тиң. Улар Рәсәйҙе һаҡларға тигән анттарына тоғро ҡалып, хеҙмәттәрен намыҫлы башҡара. Бишауыл-Уңғар ауылынан “Яҡут” позывнойлы яугир ҙә улар рәтендә.
“Яҡут” Бишауыл-Уңғар ауылында донъяға килә. Мәктәптә тырышып уҡый. Бигерәк тә география дәресен үҙ итә. Мәктәп йылдарынан уҡ спорт менән дуҫ була. Спортты үҙ иткән егет еңел атлетика менән шөғөлләнә, велосипедта йөрөргә ярата. Район һәм мәктәп сиктәрендә уҙғарылған төрлө спорттарҙа әүҙем ҡатнаша.
Урындағы мәктәпте тамамлағас, Өфө политехник колледжына уҡырға инә. Унда нефть эшкәртеү ҡоролмалары операторы һөнәрен ала. Армияла Севастополь ҡалаһында Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Моряк булып, йыл ярым дауамында диңгеҙҙәрҙе иңләй. Һалдат 2008 йылдың август айында Көньяҡ Осетия менән Грузия араһында барған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.
Армиянан ҡайтҡас, тыныслыҡта ең һыҙғанып донъя көтөргә керешә. Оҙаҡ йылдар “Башкирэнерго” йәмғиәтенең Дим филиалында электр таяуҙары монтажлаусыһы булып эшләй.
Үҙ эшен яҡшы белгән һәм оҫта башҡарған егет уңғанлығы, эшһөйәр булыуы менән коллективта хөрмәт ҡаҙана.
2024 йылдың апрелендә контрактҡа ҡул ҡуя. Бөтә дуҫтары фронтҡа киткәс, ул да уларға барырға ваҡыт етте, тип уйлай.
- Бик күп дуҫтарым махсус хәрби операция биләмәһендә аяуһыҙ һуғыш алып бара. Мин дә улар янында булырға тейешмен тигән ҡарарға килдем, - ти яугир.
Олатайҙарыбыҙҙың намыҫына тап төшөрмәй, уларҙың эшен лайыҡлы дауам итергә һәм Еңеү менән әйләнеп ҡайтырға тейешбеҙ. Еңеү беҙҙә буласаҡ, ти ул.
“Яҡут” позывнойлы яугир Ырымбур өлкәһе Тоцк ҡалаһында урынлашҡан 27-се мотоуҡсылар дивизияһына эләгә. Физик яҡтан да, рухи яҡтан да көслө, махсус хәрби операция биләмәһендә батырлыҡтар күрһәтеп, үҙен ҡыйыу яугир итеп танытҡан һалдатты штурм төркөмө командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Ватан алдындағы изге бурыстарын намыҫлы башҡарғаны өсөн уға “Батырлыҡ өсөн” миҙалы ла тапшырыла. Әйткәндәй, уларҙың ротаһы 589-сы полктың иң яҡшы штурм ротаһы, тип билдәләнә һәм күсмә Кубокка эйә була.
Беҙ унан ни өсөн “Яҡут” позывнойы алыуы менән ҡыҙыҡһындыҡ.
- Учебкала булғанда 800 метрҙан атып сәпкә тура эләктерә инем. Бик оҫта атаһың, тип миңә командирҙар Яҡут ҡушаматы бирҙеләр. Махсус хәрби операцияға барғас, үҙемә шул позывнойҙы алдым, - ти яугир.
Бөгөнгө көндә “Яҡут” ҡаты яраланғандан һуң реабилитация үтә. Тиҙҙән Бурденко исемендәге хәрби клиник госпиталгә операцияға юлланасаҡ.
Беҙ уның тиҙерәк һауығып сығыуын теләйбеҙ һәм беҙҙең тыныс тормош, именлегебеҙ өсөн йәнен аямай көрәшкәне өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар менән 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға, йәиһә, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.