

Район халҡы өлкән быуындың хәрби йолаларын лайыҡлы дауам итә, илебеҙ именлегенә үҙ өлөштәрен индерә. Бөгөн беҙ Прибельский ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ, “Ребус” ҡушамат лы хәрби хеҙмәткәр менән таныштырып үтәбеҙ.
Бала саҡтан уҡ ул диңгеҙ һәм флотта хеҙмәт итеү тураһында хыяллана. Урындағы мәктәпте тамамлағас, 2010 йылда хәрби-диңгеҙ флотына хеҙмәткә алына. Диңгеҙ романтикаһы һәм кораблдәге уҡыуҙар уны шул тиклем мауыҡтыра, хеҙмәтен тултырыу менән ул контракт төҙөй.
- Мине һәр ваҡыт диңгеҙ, ҡатмарлы өйрәнеүҙәр һәм флотта хеҙмәт итеүҙең яуаплылығы йәлеп итте. Махсус хәрби операция башланыу менән үҙемдең ситтә ҡала алмауымды аңланым. Алған тәжрибәмде Ватанды һаҡлауға ҡулланыу өсөн контракт төҙөнөм,- тип уртаҡлашты “Ребус”.
Яҡташыбыҙ махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә, флотта хеҙмәт иткән йылдарында алған күнекмәләрен ҡуллана. Уның тарихы – ысын патриотлыҡ һәм бурысҡа тоғролоҡ өлгөһө.
Әлеге ваҡытта хәрби хеҙмәткәр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан, унан һуң, яңынан махсус хәрби операция зонаһына юлланасаҡ. Беҙ уға һәм барлыҡ яҡташтарыбыҙға Еңеү менән иҫән-имен өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар менән 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға, йәиһә, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Руслан БАКИРОВ.