Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
22 Октябрь 2025, 04:48

Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя

Үткән ял көндәре оло быуын кешеләре өсөн ысын байрамға әүерелде.

Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъяСәйәхәт итеү – үҙе бер донъя
Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя

Үткән ял көндәре оло быуын кешеләре өсөн ысын байрамға әүерелде. Райондың бер төркөм оло быуын вәкилдәре
«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» республика программаһы сиктәрендә Нуриман районына мауыҡтырғыс сәфәр ҡылды.
Тәүге туҡталыш - Успенский изге Георгий ирҙәр монастыры булды. Был тарих һәм тыныслыҡ менән тулы ғәжәйеп мөйөш сәйәхәттә ҡатнашыусыларҙың бөтәһендә лә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Сәйәхәтселәр артабан Рәсәйҙең иң ҡеүәтле һыу сығанағы булған “Красный ключ” шишмәһенә юлланды. Һәр урындың үҙенә генә хас айырым күркәмлегенә,
хозур тәбиғәткә ғашиҡ булып ҡайттылар. Оло быуын кешеләренең әүҙем йәшәү рәүешен дауам итеүе һәм ошондай иҫ киткес сараларҙа ҡатнашыуы
бик ҡыуаныслы. Бындай сәйәхәт барыһына ла оҡшаған.
“Иҫ киткес матурлыҡтарҙы күреп, донъяның матурлығына хайран ҡалып, бик ҡәнәғәт булып ҡайттыҡ. Сәйәхәт бик оҡшаны, күңелдәрҙә йылы, яҡты иҫтәлектәр, матур тәьҫораттар ҡалды”, - ти улар.
“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” - социаль проектында Башҡортостан биләмәһендә даими теркәлеүҙә булған граждандар ҡатнаша ала: 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 65 йәштән оло ир-егеттәр йәки ваҡытынан алда пенсияға сыҡҡандар ошо мөмкинлектән ҡуллана. Улар өсөн республиканың тәбиғәт, мәҙәни-тарихи, дини объекттарына бер көнлөк маршруттар әҙерләнгән. Проектта ҡатнашыу бушлай.
- Район хакимиәтенә “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы буйынса ошондай матур сәфәр
ойошторғандары өсөн рәхмәт. Тур мәғлүмәти яҡтан да, шул уҡ ваҡытта файҙалы булыуы менән дә оҡшаны. Барыһы ла юғары кимәлдә булды. Туризм өлкәһендә бындай сәйәхәттәр даими булып торһон һәм оло быуынды ҡыуандырһын. Ҡалған оло йәштәгеләргә лә өйҙә ултырғансы, бушлай мөмкинлектән файҙаланып, Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә саҡырам, һеҙҙең ҡыуанып ҡайтасағығыҙға иманым камил, - ти хаҡлы ялдағы уҙаман Рәйлә Исхаҡова.
“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” тыуған яҡты яҡшыраҡ белергә, үҙеңә яңылыҡтар асырға ғына ярҙам итеп ҡалмай, әүҙем ял, аралашыу өсөн дә мөмкинлек тыуҙыра, шулай уҡ оло быуын кешеләренең һаулығын нығытыуға, социаль-әүҙемлек осорон оҙайтыуға йүнәлтелгән.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас