

Оло йәштә бәүел тотҡарланыуының сәбәбе төрлө булыуы мөмкин. Мәҫәлән, йөрәк, бөйөр ауырыуҙарынан организмда һыу йыйыла. Был осраҡта бәүел ҡыуҙырыу сараларын ҡулланырға мөмкин.
Халыҡ медицинаһы иһә тары ярмаһы менән дауаланырға кәңәш итә. Бының өсөн ярты стакан тары ярмаһын йыуып, бер литр һыу ҡойорға һәм 5 – 7 минут ҡайнатырға. Һыуынғас һөҙөп, мөмкин тиклем йышыраҡ эсергә. Әлбиттә, теге йәки был ысулды ҡулланыр алдынан табипҡа күренеп, сирҙе асыҡларға кәрәк. Ҡайһы бер ауырыуҙарҙан, киреһенсә, бәүел ҡыуҙырыу сараһын ҡулланыу ярҙам итәһе урынға зыян ғына килтереүе бар. Мәҫәлән, ир-егеттәрҙә иһә бәүел тотҡарланыу простата биҙе аденомаһына бәйле булғанда, бәүел ҡыуҙырыу сараларын ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.