Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
19 Октябрь 2025, 17:20

Ауырыуға нимә сәбәпсе?

Һау-сәләмәт булғығыҙ килһә, түбәндәге ауырыуға килтереүсе сәбәптәрҙән ҡотолорға тырышығыҙ.

Ауырыуға нимә сәбәпсе?Ауырыуға нимә сәбәпсе?
Ауырыуға нимә сәбәпсе?

Һау-сәләмәт булғығыҙ килһә, түбәндәге ауырыуға килтереүсе сәбәптәрҙән ҡотолорға тырышығыҙ.

  1. Тоҙ

Рационда ул  ни тиклем күберәк,  шул тиклем йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән ауырыу хәүефе арта. Уны  ҡулланыуҙы тәүлегенә  ¼ балғалаҡҡа тиклем ҡалдырғанда, инфаркт кисереү ҡурҡынысы ике тапҡырға кәмей.

  1. Йоҡо туймау

Төнгө ял дүрт сәғәттән кәмерәк булһа, тотош организмдың эшмәкәрлегенең  боҙолоуына килтерә. Ә насар йоҡлауҙың һимереүгә сәбәп булыуы бар.

  1. Яңғыҙлыҡ

Янығыҙҙа яратҡан, яҡын кешеләрегеҙҙең булыуы – иммуниетты нығыта, депрессиянан һаҡлай.

  1. Солярий

Статистика күрһәтеүенсә, тәмәке тартыусыларҙа үпкә яман шешенә ҡарағанда, был прибор менән ҡулланыусыларҙа тире яман шеше йышыраҡ осрай.

  1. Оҡшамаған эш.

Ғалимдар фекеренсә, эшһеҙ кеше, көн дә иртән уянғандан кискә тиклем эштә стресс кисереүсегә ҡарағанда күпкә тынысыраҡ һәм бәхетлерәк.

  1. Артыҡ ныҡ таҙалыҡ

Беҙҙең тәндә урынлашҡан  микроорганизмдар иммун системаһын тонуста тоторға ярҙам итә. Артыҡ ныҡ таҙалыҡ  йыш ауырыуға сәбәпсе булыуы ихтимал.

  1. Ултыраҡ тормош

Кем  көнөнә 3 – 4 сәғәт  ултырып эшләй, улар ике йылға ғүмерен ҡыҫҡарта. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас