Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
17 Октябрь 2025, 17:05

Ни өсөн ҡул-бармаҡтар өшөй?

Һыуыҡ булған өсөн генә түгел. Башҡа сәбәптәре лә бар...

Ни өсөн ҡул-бармаҡтар өшөй?Ни өсөн ҡул-бармаҡтар өшөй?
Ни өсөн ҡул-бармаҡтар өшөй?

Һыуыҡ булған өсөн генә түгел. Башҡа сәбәптәре лә бар...

Ял көндәрендә һәр кем ғаиләһе менән тау шыуырға, боҙҙа конькиҙа йөрөргә йә иһә саф һауа һуларға сыға. Әммә күптәрегеҙ тиҙ генә өшөй башлай һәм тиҙерәк ҡайтыу яғын ҡарай.

Асыҡланыуынса, тиҙ өшөүҙең дә сәбәптәре бар икән. Йыш ҡына аяҡ беренсе булып өшөй. Ғәмәлдә был – нормаль күренеш. Иҫән ҡалыу механизмы шулай эшләй – ҡул-аяҡтар һәр ваҡыт беренсе булып өшөй.


Һыуыҡта ҡан эске ағзаларҙа туплана, ә ҡан тамырҙары ағзаларҙың осонда ҡала. Шулай итеп, тән әкренерәк һыуына һәм йылыны тотоп тора, ләкин ҡайһы бер кешеләрҙең ҡул-аяҡтары йылы өйҙә булған осраҡта ла өшөп кенә бара. Был нимә тураһында аңғарта?

Сәбәптәре төрлөсә:
Борсолоу тойғоһо һәм стресс кисергәндә ҡан тамырҙары ҡыҫыла. Беренсе сиратта, әлбиттә, ҡул һәм аяҡтарҙа.

Йоҡо туймағанда организмда матдәләр алышыныуы боҙола, шуға күрә ҡан әкренерәк йөрөй.

Аяҡ өшөүҙең киң таралғаны сәбәбе – ҡан әйләнешенең дөрөҫ булмауы, гемоглобин кимәленең түбәнлеге.

Гипотериоз – киң таралған сир. Уны тәүге стадияһында асыҡлау ауыр. Бындай осраҡта кешелә тиҙ арыу, хәлһеҙләнеү, шешенеү, тән тиреһенең ҡоро булыуы, аяҡ өшөүе хас.

Диабет. Был сир һөҙөмтәһендә ҡанда глюкоза арта, ҡан тамырҙары ҡыҫыла.

Бөйөр ауырыуы. Был осраҡта кеше шешенә һәм ҡан тамырҙары ҡыҫыла. Шунлыҡтан кеше өшөй.

Анорексия. Ашауҙан баш тартҡан кешелә май ҡатламы юҡҡа сыға, шуға ла ул тиҙ өшөүсәнгә әйләнә.

Йылы өйҙә өшөгәндәргә иһә тиҙ арала табиптарға мөрәжәғәт итергә кәңәш бирәбеҙ.

Ә инде ҡышҡы һыуыҡта ла өшөмәй, биттәре алланып, саф һауала йөрөргә яратыусыларға ысын мәғәнәһендә һоҡланып һәм бер аҙ көнләшеп ҡарайбыҙ. 

 

Фото: olhardigital.com.br

Интернет селтәренән

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас