Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
15 Октябрь 2025, 15:55

Ни өсөн йоҡо килә?

Был хаҡта уйлап ҡарағанығыҙ бармы?

Ни өсөн йоҡо килә?Ни өсөн йоҡо килә?
Ни өсөн йоҡо килә?

Гормондар беҙҙең тормошта бик ҙур роль уйнай. Тик беҙ уларҙың ни өсөн барлыҡҡа килгәнен һәм ҡайһы ваҡытта әүҙемерәк булыуы тураһында һирәк уйлайбыҙ. Ни өсөн беҙҙең ҡайһы бер сәғәттәрҙә йоҡо килә? Ни өсөн тәүлектең  ҡайһы бер ваҡытында эшләү һөҙөмтәһеҙ? Быларҙың барыһына ла гормондар яуап бирә.

Сәғәт 06:00 – СЕРОТОНИН гормоны барлыҡҡа килә. Уны тағы ла “бәхет гормоны” тип атайҙар.

 

06:00 - КОРТИЗОЛ гормоны күтәрелә. Ул организмды уянырға әҙерләй. Был вакыт - беҙҙең логик фекерләүҙең иң юғары нөктәһе. Ошо ваҡытта алдағы көнгә план төҙөү һөҙөмтәле буласаҡ.

07:00 - МЕЛОТОНИН барлыҡҡа килеүе туҡтала. Арытабан йоҡлауҙың һөҙөмтәһе юҡ. Был - бушҡа ваҡыт үткәреү генә.

08:00 - СТЕРОИД гормоны барлыҡҡа килә. Был гормон мускулдар барлыкка килеүенә йоғонто яһай. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңай ваҡыт.

 10:00-14:00 ДГЭА(дегидроэпиандростерон) иң юғары нөктәһе. Ул хәтер, ихтибарға яуап бирә. Аҡыл эшмәкәрлеге юғары.

14:00-16:00 - Кинәт йоҡо килә. Был ваҡытта 20 минут самаһы йоҡлап алыу кәрәк. Шулай уҡ СОМАТОТРОПИНндың – үҫеү өсөн яуаплы гормондың иң әүҙем сағы.

17:00 - КОРТИЗОЛ кәмей. Етди ҡарарҙар ҡабул итеү ваҡыты. Спорт менән шөғөлләнеү һөҙөмтәһеҙ.

21:00 - МЕЛАТОНИН “йоҡо гормоны”барлыкка килә: тән температураһы төшә, йоҡо килә.

 

 

 
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас