Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
15 Октябрь 2025, 15:56

Үкенесле ғүмер булмаһын. (Булған хәл)

Баласаҡ бәхетле саҡ тиһәләр ҙә, ниҙәр генә үтмәне ғәзиз башҡайымдан.

Үкенесле ғүмер булмаһын. (Булған хәл)Үкенесле ғүмер булмаһын. (Булған хәл)
Үкенесле ғүмер булмаһын. (Булған хәл)

Баласаҡ бәхетле саҡ тиһәләр ҙә, ниҙәр генә үтмәне ғәзиз башҡайымдан.

11-12 йәштәмен, ҡыҙҙар менән йыйылышып көтөүҙән малдар ҡаршыларға киттек, зыяратҡа кереп ҡаҡы, еләк йыйып сығып бүрәнә өҫтөнә ултырып тәмләп ашап алдыҡ та, элек шулай ине бит, ҡурҡыуҙа юҡ, һәүкәштәрҙе ҡыуып ҡайтыр яҡҡа юл тоттоҡ. Һөйләшә-һөйләшә, көлөшә-көлөшә ҡапҡа төбөнә килеп тә еткәнбеҙ. Малдарҙы урындарына керетеп ябып өйгә инһәм, аяҙлы көндө ҡара болот өй эсен ҡаплаған, аптырап ҡалдым, әңкәйем һеңлемде етәкләп саҡ сығып ҡасҡан атайымдың ҡыйырһытыуынан, бер ҙә юҡҡа оҙон толом сәстәренән һөйрәп туҡмай торғайны, араларына кереп инәлеп, ялбарып, һуҡма әңкәйемә, тиһәм дә, атайым мине ишетмәй ине. Йәшләй генә өйләнешеп, өс бала үҫтереп, матур донъя ҡорғас, әйҙә йәшә бит рәхәтләнеп, юҡ инде, юҡ булмай, булмағас булмай. Шулай итеп айырылыштылар, беҙ малай туғаным (8 йәш) менән атайҙа ҡалдыҡ, ә бәләкәй һеңлем (5 йәш) әңкәйем менән сығып китте. Сығып китте тигәс тә, үҙенең инәһенә китте, ваҡытлыса йәшәргә. Байтаҡ ваҡыт үтте, еҙнә йәлләне әңкәйемде, илап ятма, әйҙә эшкә урынлаш, квартира ла бирерҙәр, тип алып китте Өфө яҡтарына. Бик уңған, етеҙ  эшһөйәр әңкәйемде бик яраттылар бергә эшләгән иптәштәре лә, хужалары ла, алдынғы булып маҡтау таҡтаһында фотоһүрәте торҙо, тиҙ үк квартира ла бирҙеләр. Беҙҙе атайымдың инәһе – нәнәй тәрбиәләне. Ир-ат ҡатынһыҙ торамы ни, димләп өйләндерзеләр, шунан атайым күсеп китте. Донъяны тарҡатмаҫ, бүлешмәҫ өсөн эшләнде был эш.

Нәнәй уҫал ине, йыраҡтан әбей ҙә ҡайтып төштө, ауылда йорт һатып алды, беҙҙе күҙ уңында тотто, контроль тип әйтәйемме, көндә килеп башҡа һеңдереп кенә торҙо, ҡурҡаҡ булдыммы икән, йомшаҡмы, әллә  мәмәйме үҙемдә белмәйем, әле лә шуны уйлап баштар ҡайнап китә. Әңкәйем бахырҡайым килеп ҡапҡа төбөндә тапанып тора, инергә рөхсәт юҡ, ҡайҙа ул, алама ҡатын булған, тигән данын сығарҙылар бит уның, беҙҙе күрәйем тип килә, юҡ, рөхсәт юҡ күрергә. Беҙҙе йә мунсаға бикләйҙәр, йә өй башына мендереп ултырталар, таҡта араһынан бер генә булһа ла әңкәйемдең йөҙөн күрәйем тип сүкәйеп тә ҡарайым, аяҡ остарына ла баҫып ҡарайым. Әңкәйем ҡапҡа төбөндә илап тора ла ҡайтып китә.

Мөлкәт бүленде, йорт ҡалды, шулай планлаштырылған ине инде.

Ташкент тарафтарынан әбейем күсеп ҡайтты, аҡсалы, етешлектә йәшәй.

Беҙҙе ҡустым менән мәктәпкә кейендерә торғайны, кәрәк-яраҡтар барыһы ла алына. Ул ваҡытта 100 һум бик күп аҡса, бар нимәгә лә етә, тыңлашып ҡына тороғоҙ, әтеү, бер нимә лә эләкмәй, ти торғайны. Унан ныҡ ҡурҡа инем мин, таяғын таянып килеп етәр ине, ҡысҡырып әрләй башлаһа йөрәгем жыу итеп ҡалыр ине.

Бер шулай бик ныҡ сирләп киттем, температура күтәрелде, үҙемдең эсем китә, киҙеү тейгән тинеләр, ун дүрт көн яттым, күрше бабай мине күреп, эйй, бынау бала бигерәк ябыҡҡан үлә инде тип әйтә ти. Элек бит көйәнтә менән һыу ташыйһың, ана шул ваҡыт күреп ҡалған мине.

Иртәнге алтынсы ярты, саҡ тороп, сирләгәс хәлем юҡ, йығылып барған һымаҡ, һыйырҙы һауҙым да кереп яттым, нәнәй үҙе пролугтан (переулок), шулай тип әйтә торғайныҡ, һыйырҙы ҡыуып ебәрә лә, көтөүсе алып китә. Сәғәт алтыларҙа әбейем таяғына таянып туҡылдап килеп кермәһенме, керҙе лә нишләп һин миңә һөт килтермәнең, тип әрләй башланы. Мин көн дә иртәнге алтыла бер литр һөт илтеп бирә торғайным, әбей сирләйем бит, хәлем юҡ бер ҙә, тием, ишетмәй мине, шунан башымды тотоп ҡараны ла, әй, балаҡайым, температура бит, нишләп әйтмәйһең, ти. Мин илап ебәрҙем, әйтәм, ишетмәйһең бит, тием.

Үтте баштан күрмәгән ҡалманы, күпме һыуҙар аҡты, йылдар уҙҙы, инде мин дә йәш түгелмен, ә шулайҙа Хоҙайыма рәхмәтлемен, һынауҙар биргәндер ул миңә, балаларым бар, ейәндәрем бар алдағы тормош тик бәхетле, ғүмерле булһын.

Шуны әйтәһем килә, фәһем итеп битәрләмәгеҙ үҙегеҙҙең йәрҙәрҙе, бергә тормош ҡорғас матур итеп кисерергә тормош юлдарын, балаларҙы интектермәгеҙ, ҡәҙерләгеҙ, һөйөгөҙ.

Эльвера Рафикова.

Фото: Ф.Рәхмәтуллина

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас