Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
15 Октябрь 2025, 07:21

Еңеүҙе бергәләп яҡынайтайыҡ

Украина биләмәһендә яугирҙәребеҙ илебеҙ тыныслығы өсөн аяуһыҙ көрәш алып бара, үҙ бурыстарын намыҫлы үтәй, яуҙа батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә.

Еңеүҙе бергәләп яҡынайтайыҡЕңеүҙе бергәләп яҡынайтайыҡ
Еңеүҙе бергәләп яҡынайтайыҡ

Мәҡәләбеҙҙең геройы – башҡаларҙан бер нәмәһе менән дә айырылмаған ябай егет. “Томан” позывнойлы яҡташыбыҙ Олокүл ауылында тыуып үҫкән. Урындағы мәктәпте тамамлағас, Өфө ҡалаһы училищеларының береһендә иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Уҡып бөткәс, йәш егет армияға алынып, 1985-1987 йылдарҙа хәрби бурысын үтәй. Хеҙмәт ваҡытында донъяның иң дәһшәтле атом һәләкәте – Чернобыль фаҗиғәһендә була. Тиҫтәләрсә йылдар үтһә лә, Чернобыль фажиғәһе уның күңелен әле лә әрнетеп, бер ҡасан да тынмаҫ хәүеф булып тора.
Армиянан ҡайтҡас, тыуған төйәгендә хеҙмәт юлын башлай. Шунан уның ғаиләһе Ҡаҙағстан яҡтарына сығып китә. Тик тыуған ер үҙенә тарта: 1992 йылда тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайталар. Махсус хәрби операция­ға киткәнсе Себер тарафтарында монтажсы булып эшләй.
Илдә барған хәл-ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырмай. “Томан” позывнойлы яҡташыбыҙ илдә барған афәт тиҙерәк тамамланһын, донъяла именлек булһын тиеп, үҙ теләге менән ил тыныслығын һаҡларға ҡарар итә. Ул Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм 2024 йылдың август айында махсус хәрби операция зонаһына юллана. Яугир махсус хәрби операция биләмәһендә штурмлаусылар төркөмөндә хеҙмәт итә.
- Махсус хәрби операцияның бурыстарын үтәгән яҡташтар менән бергә илебеҙгә хеҙмәт итергә тигән ҡарарға килдем. Егеттәргә ярҙам, илде нацизмдан азат итеү өсөн махсус хәрби операцияға юлландым да инде,- ти ул.
Илебеҙҙең именлеген һаҡлап, яу яланында йөрөгән “Томан” позывнойлы яҡташыбыҙға һәм башҡа ир-егеттәргә яҡындары янына иҫән-имен, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорау­ҙар менән 2-14-78, 2-11-58 телефондары бу­йынса шылтыратырға, йәиһә, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас