Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
15 Октябрь 2025, 07:30

Алло, һеҙгә аферист шылтырата!

Һуңғы ваҡытта районда мутлашыу осраҡтары йышайҙы.

Алдау схемалары һәм һаҡлау саралары тураһында РФ Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары, эске хеҙмәт подполковнигы Динар Сәйфуллин һөйләне.
“Әсәй, миңә аҡса кәрәк!”
Полицияға бер ҡатын мөрәжәғәт итә. Билдәһеҙ кешеләр уларҙан 14 мең һум урлағандары тураһында хәбәр итә. Зыян күреүсегә мессенджерҙа, йәнәһе, улы бурысҡа 14 мең һум аҡса һорап яҙған. Смс-хәбәрҙә уның исеменә рәсмиләштерелгән банк картаһының фотоһы теркәлгән. Улы яҙғанына инанмайынса, ул аҡса күсерә. Һуңыраҡ, улы менән һөйләшеү барышында, уның бер ниндәй ҙә аҡса һорамауы һәм алмауы асыҡлана. Енәйәтселәр уның мессенджерын ватып, барлыҡ элемтәләргә аҡсаға “ашығыс мохтажлыҡ” тураһында хәбәр ебәрә.
Уяу булығыҙ! Аҡса ебәргәнсе, шылтыратып, уның үтенесен асыҡлағыҙ. Һеҙҙең ысынлап та танышығыҙ йәки туғанығыҙ менән аралашыуығыҙға инанығыҙ.

“Һеҙгә посылка!”
Сихон ауылында йәшәүсе Марина Р.-ға (исеме үҙгәртелде) билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен Рәсәй почтаһы хеҙмәткәре тип таныштыра. Уның исеменә посылка килеүен хәбәр итә. Ҡатыны бер нәмәгә лә заказ бирмәүе тураһында яуап бирә.
Тиҙҙән Марина Р.-ға Рәсәй почтаһының икенсе “хеҙмәткәре шылтырата”.Ул уның һылтанма (ссылка) буйынса күсеүен һәм посылканы ғәмәлдән сығарыуҙы һорап техник ярҙамға яҙыуын талап итә. Ҡатын уға ышанып, шулай эшләй ҙә. Яуап итеп “техподдержка”нан уға ашығыс рәүештә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында парольде алыштырырға кәрәк тигән хәбәр килә. Бынан тыш, Рәсәй почтаһының ялған хеҙмәткәре уға Марина Р. исеменә ниндәйҙер ышаныс ҡағыҙы рәсмиләштерелгән, уны Үҙәк Банк белгесе генә ғәмәлдән сығара ала, тип хәбәр итә.
Бер сәғәт тә үтмәй, уның менән Үҙәк Банктың ялған хеҙмәткәре элемтәгә инә. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, был ышаныс­ты ябыу һәм проблемаларҙы булдырмау өсөн страховка агентына 110 мең һум кү­серергә кәрәк. Марина Р., енәйәтсегә тулыһынса ышанып, күрһәтелгән сумманы бирелгән иҫәпкә күсерә.
Хөрмәтле райондаштар! Уяу булығыҙ: билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратыуҙарға һәм смс-хәбәрҙәргә яуап бирмәгеҙ. Бер ҡасан да таныш булмаған иҫәптәргә аҡса күсермәгеҙ һәм үҙ шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, банк карталары һандарын, кодтар йәки парольдәрҙе асмағыҙ – хатта шылтыратыусылар банктар, Рәсәй почтаһы йәки башҡа дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре булһа ла. Әгәр шикләнәһегеҙ икән, рәсми хеҙмәттәргә тикшерелгән номерҙар буйынса үҙегеҙ шылтыратығыҙ. Һеҙҙең һаҡ булыуығыҙ – иң яҡшыһы!

Халыҡ йәнә
алдана...
Интернет аша алмаш частар һатып алырға теләгән район кешеһе 19 650 һум аҡсаһынан “ҡолаҡ ҡаға”. Ир, мутлашыусы һөйләгәненә ышанып, уның иҫәбенә аҡса күсерә һәм заказын көтә башлай.
РФ Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районындағы бүлегенә Рәмил С. (исеме үҙгәртелде) мөрәжәғәт итә. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ул сайтта автомобилгә алмаш частар һатыу тураһындағы белдереүҙәр ҡарап ултырғанда үҙен ҡыҙыҡһындырған тәҡдимде күреп ҡала. Һатып алыусыларҙан әлеге фирма тураһында ыңғай баһаларҙы уҡығас, ул яуап бирергә була.
Уның менән мессенджер аша ялған һатыусы элемтәгә инә һәм улар килешеү төҙөргә килешәләр. “Һатыусы” уға тауар сит илдән килтереләсәк һәм ул 19 650 һум торасаҡ, тип хәбәр итә. Зыян күреүсе быға ризалаша.
Һатып алыуҙы рәсмиләштереү өсөн мутлашыусы шәхесте раҫлау өсөн документтар һорай. Рәмил С. паспорттағы мәғлүмәттәрҙе ебәрмәй, ә медицина полисы мәғлүмәттәрен һәм фотоһүрәтен бирә. Шунан һуң аферист түләү өсөн килешеүҙе һәм реквизиттарҙы күрһәтә. Зыян күреүсе талап ителгән сумманы күсерә. Һуңыраҡ уға тауарҙы өс аҙнанан килтерәсәктәр тигән хәбәр килә.
Бер нисә көндән һуң Рәмил С. ялған һатыусынан тауарҙы күҙәтеү өсөн трек-­һан һорай. “Һатыусы” Рәсәй территорияһына йөк килгәндән һуң ғына күҙәтеп буласаҡ, тип яуап бирә. Бер аҙҙан зыян күреүсе яңынан “һатыусыға” яҙа, ләкин яуап алмай. Шул ваҡытта Рәмил С. интернетта әлеге ойошманың телефон номерын таба, уға шылтырата һәм уның был фирманы эҙләгән беренсе генә кеше булмауын белә. Мутлашыусылар алмаш частар һатыу менән шөғөлләнеүсе реаль компанияның аналогын булдырып, халыҡты алдайҙар икән.
Хөрмәтле район халҡы! Интернетта тауарҙар

һатып алғанда һәм хеҙмәттәр менән файҙаланғанда һаҡ булығыҙ. Һатыусыларҙың рейтингтарын ҡарарға, һатып алыусыларҙың баһаларын уҡырға, ойошмалар сайтында тапҡан мәғлүмәтте тикшерергә кәрәк. Әммә иң мөһиме – аҡса күсергәнсе тауарҙың ысынбарлыҡта булыуына инанырға кәрәк.

Инвестицияларҙа “аҡса эшләгән”
Олокүл ауылында йәшәүсе Алина Ф. (исеме үҙгәртелде) белдереүҙәр сайтындағы вакансияларҙы ҡарағанда, инвестициялар индереү юлы менән эре аҡса эшләү тураһындағы тәҡдимде күрә. Ҡыҙыҡһынып, ул белдереүгә яуап бирә.
Һуңыраҡ уға мессенджерҙа “инвестор” яҙа. Ул инвестициялауҙың ыңғай яҡтары һәм ҡаҙаныштары тураһында һөйләй һәм тиҙ арала юғары килем алырға мөмкин тип ышандыра. Был ҡыҙҙы ҡыҙыҡһындыра.
Башта Алина Ф.-ға мутлашыусы күрһәткән иҫәпкә 10 һум аҡса күсерергә кәрәк була. Һуңынан ялған инвестор табыш алыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңлата һәм банк картаһы һанын ебәрергә ҡуша. Шунан һуң уға аферистан кодлы хәбәр килә. Был код банктың мобиль ҡушымтаһына инеү мөмкинлеге бирә.
Был мөмкинлекте алғас, мутлашыусы Алина Ф.-ға 50 мең һум күләмендә кредит рәсмиләштерә, шулай уҡ уның тупланмаларын, 21 500 һумды, үҙ иҫәбенә күсерә. Енәйәтсе һүҙҙәренә ҡарағанда, был аҡсалар ҡыҙға яҡшы килем килтерәсәк. Бер аҙҙан аферист килемде арттырыу өсөн тағы 300 һум индерергә кәрәк, тип хәбәр итә. Ҡыҙҙың аҡсаһы ҡалмауын белгәс, ялған инвестор уның әсәһе иҫәбенән аҡса күсерергә тәҡдим итә.
Уға ышанып, Алина Ф. мутлашыусыға әсәһенең банк картаһы һанын әйтеп бирә, шунан һуң уның телефонын ала һәм банктың мобиль ҡушымтаһына инеү мөмкинлеге биргән смс кодын әйтеп бирә. Шулай итеп, ҡыҙ енәйәтселәргә үҙенең һәм әсәһенең башҡа банк иҫәптәренә лә инеү мөмкинлеге бирә.
Бер аҙ ваҡыттан һуң уның әсәһе иҫәбенә 64 мең һумлыҡ ике транзакция инә. Шулай вуҡ зыян күреүсе мутлашыусының уның банк карталарына төрлө аҡса күсереүен күрә. Иҫәптәрҙең береһендә ҙур сумма йыйылғас, енәйәтсе уны тауар өсөн түләй.
Шунан һуң ҡыҙ ҡайнар линияға шылтырата һәм барлыҡ иҫәптәрҙе блокларға ҡуша. Зыяндың дөйөм күләме 71 810 һум тәшкил итә. Һуңғы ваҡытта бындай мутлашыу осраҡтары йышайҙы.
Мутлашыусыларҙың ҡорбаны булмаҫ өсөн:
- интернетта тиҙ һәм еңел аҡса эшләү вәғәҙәләренә ышанмағыҙ;
- таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ, хатта улар үҙҙәрен финанс эксперттары тип таныштырһалар ҙа;
- шикле “инвесторҙар” кәңәше буйынса тикшерелмәгән ҡушымталар урынлаштырмағыҙ;
- теләһә ниндәй инвестиция тәҡдимдәре тураһындағы мәғлүмәтте рәсми сығанаҡтар аша тикшерегеҙ.
Ғәлиә КӘРИМОВА.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас