Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
14 Октябрь 2025, 17:29

Гонаһтары ярлыҡанһын өсөн

Тормошонда намаҙ уҡымаған,  хәмер ҡулланған мәрхүмдәр өсөн Ҡөрьән уҡыу, саҙаҡа биреү уға  сауап булып барамы?

Гонаһтары ярлыҡанһын өсөнГонаһтары ярлыҡанһын өсөн
Гонаһтары ярлыҡанһын өсөн

Тормошонда намаҙ уҡымаған,  хәмер ҡулланған мәрхүмдәр өсөн Ҡөрьән уҡыу, саҙаҡа биреү уға  файҙа килтерәме?

 

 Әлбиттә, әгәр кеше ғүмер буйы ураҙа тотмайынса, намаҙ уҡымайынса, хәмер эсеп һ.б.гонаһтар ҡылып йәшәһә һәм үлеп китһә, уның был гонаһтарын саҙаҡа өләшеп, доға ҡылып ҡына бөтөрөп булмай. Ләкин кеше гонаһтары өсөн тәүбә итергә өлгөрмәһә , уның исеменән саҙаҡа бирергә, һәр ваҡыт доғала булырға мөмкин. Аллаһы Тәғәләнән уларҙың гонаһтары ярлыҡанһын өсөн доғаны күберәк һорарға кәрәк. Ҡараңғы гүрҙәрендә улар быға айырыуса мохтаж. Әммә саҙаҡа биргәнсе, ундай мәрхүмдәрҙең үтәлмәгән намаҙҙары, тотолмаған ураҙалары өсөн бурыстарын ҡайтарыу кәрәк. Бының өсөн кәрәкле сумма мираҫ малынан алына.

Иң яҡшыһы –  Әхирәт донъяһында хисапҡа баҫҡансы, үҙегеҙ был донъяла хисап бирергә өйрәнегеҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе һанап ҡарағыҙ. Әхирәттә үҙегеҙгә еңел булыр.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас