Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
9 Октября 2025, 08:31

“Һомай”ға һүҙ әйтмәйек!

- Беҙҙә лә барыһы “Һомай”  тип иҫе китә, – тип һүҙгә ҡушылды кесе ҡыҙым. – Төркөмөбөҙҙә шунан һуң ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен башҡорт милләтенән булыуын әйтте... Мин башҡортса белмәйем, тип йөрөгән бер егет башҡортса һөйләшә башланы әле...    

“Һомай”ға һүҙ әйтмәйек!“Һомай”ға һүҙ әйтмәйек!
“Һомай”ға һүҙ әйтмәйек!

Ике ҡыҙым да төрлө милләт йәштәре уҡыған Өфө дәүләт медицина университетында белем ала. Ни өсөндөр улар һуңғы йылдарҙа башҡа халыҡ йырҙарын тыңларға әүәҫләнеп киттеләр.  Көндәрҙең береһендә өлкән ҡыҙым:

- Атай, атай, беҙҙең “ Ай Йола”тигән шәп башҡорт төркөмө барлыҡҡа килгән. Улар йырлаған “Һомай” йырын хәҙер бөтә донъяла тыңлайҙар, – тип хәбәр һалды. - Беҙҙең университетта бөтәһе лә уларҙы тыңлай, хатта төрөктәр ҙә, индустар ҙа, бөтәһе лә маҡтап бөтә алмайҙар. Хатта уҡытыусыбыҙ ҙа дәрестә “Ай йола”ны тыңлауын әйтте, – тине ҡыуанысын белдереп.

- Беҙҙә лә барыһы    “Һомай”  тип иҫе китә, – тип һүҙгә ҡушылды кесе ҡыҙым. – Төркөмөбөҙҙә шунан һуң ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен башҡорт милләтенән булыуын әйтте... Мин башҡортса белмәйем, тип йөрөгән бер егет башҡортса һөйләшә башланы әле...

     Ысынлап та, “Ай Йола” тиҙ арала популярлыҡ яулап, Рәсәйҙә генә түгел, төрлө илдәр араһында ла танылыу алды.  Затлы милли кейемдәрҙәге милләттәштәребеҙҙең йөрәктең иң нескә ҡылдарына үтеп инер моңдарын тыңлағандан-тыңлағы килә. Адель Шәйхетдинованың еңелсә акценты ла хатта күңелгә ятышлы. Бына бит милләт, республикабыҙ өсөн ысын эш күрһәткән шәхестәр! Илебеҙҙең төрлө өлкәләрендә йәшәгән ике, өс  туғандарға ла ебәрҙем –  уларҙың күбеһе  башҡортса белмәһә лә, халҡыбыҙ өсөн барыбер ғорурлыҡ хистәре менән йәшәй. “Бына беҙҙең башҡорт шулай”, тип тормош иптәштәребеҙгә, балаларыбыҙға, дуҫтарыбыҙға һөйләйбеҙ”, – тигән, үҙ милләте өсөн ҡыуанған хәбәрҙәр килде уларҙан.

Беҙгә мәғлүм булыуынса, Адель Руслан ҡыҙы Шәйхетдинова Өфө ҡалаһында тыуған. Әсәһе урыҫ милләтенән, ә атаһы, Руслан Шәйхетдинов, башҡорт. Адель мәктәпкәсә йәштә урыҫ телендә генә һөйләшә, хәҙер йырсы инглиз телен дә белә. Адель Шәйхитдинова бала сағынан уҡ музыка менән шөғөлләнә башлай һәм мәктәп уҡыусыһы сағында уҡ бер нисә абруйлы «Вдохновение» («Илһам») һәм «Уфимская волна» («Өфө тулҡыны») конкурстарында еңеү яулай. 2018 йылда Ҡазан федераль университетының социаль-философия фәндәре һәм киң коммуникациялар институтының «телевидение» йүнәлеше буйынса уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, ҡыҙ бер йыл Мәскәүҙә тауыш яҙҙырыу лейблы менән эшләй, унда баш ҡала артистары өсөн текстар яҙа[1].

Адель үҙенең ижад юлын 2010 йылда атаһы Руслан Шәйхетдинов менән Musume проектында дуэтта башлай, псевдонимы Musume була: япон теленән тәржемә иткәндә «ҡыҙ» тигәнде аңлата. Төркөм ике альбом сығара һәм бер нисә телевизион шоуҙа ҡатнаша. Аделдең башҡарыу стиле үҙенсәлекле: традицион башҡорт мотивтары электрон музыка менән аралаша. 2024 йылда, Ринат Рамаҙанов менән берләшеп, Шәйхитдиновтар Ay Yola төркөмөнә нигеҙ һала. Төркөм башҡорт эпосы «Урал-батыр» менән рухландырылған этно-поп жанрында музыка башҡара[2].

Homay («һомай») йыры Адель Шәйхетдиноваға ҙур популярлыҡ килтерә. Интернетта ҡыҙҙы Галь Гадот һәм Белла Хадид менән сағыштыралар, шулай уҡ модель карьераһы булмаһа ла, мода-брендтар менән бик күп килешеүҙәр һәм ҡыҙыҡлы фотоһүрәттәр тураһында һөйләйҙәр. Адель йырлап ҡына ҡалмай, гитарала һәм думбырала уйнай. 2025 йылдың 14 мартында сығарылған Homay йыры «Ural-Batyr» исемле альбомдың бер өлөшө, ул шунда уҡ хит була, трек миллионлаған тыңлау йыя. Уның өҙөгө социаль селтәрҙәрҙә, айырыуса төрки телле халыҡтар араһында, тиҙ тарала тарала. Уны TikTok, YouTube Shorts һәм Reels-та ҡыҫҡа видеолар эшләүҙә һәм үзбәктатартөрөк, рус, ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәргә тәржемә итеүҙә киң ҡуллана башлайҙар.

Бөгөн “Ай Йола” Рәсәй буйлап төрлө гастролдәрҙә йөрөй, “Интервидение”ла сығыш яһанылар. Малаҙистан башҡа бер һүҙ ҙә юҡ. Үкенескә ҡаршы, арабыҙҙа һәр эштән кәмселек табырға тырышҡан “шәп кешеләр” бар шул. Улар бөгөн Адель Шәйхетдинова башҡортса дөрөҫ һөләшмәй, телде боҙа тип лаф ора. Был хаҡта Адель үҙенең сәхифәһендә былай тип яҙа. “Друзья, я вижу ваши комментарии про башкирский язык. Кто-то пишет про мой акцент, про произношение. Я понимаю эти эмоции.
Но хочу сказать главное: знание языка – это привилегия. Большое везение! У кого-то в семье он был в быту с рождения, а у кого-то – нет. И нельзя осуждать тех, кто только начинает. Наоборот, очень важно поддерживать людей в их начинаниях!

Я не родилась с башкирским, я в пути. И именно ценности и смыслы нашей культуры вдохновили меня учить язык и творить на нём.
Мне кажется очень важно – не осуждать тех, кто пробует говорить на родном языке. Упрёки и насмешки только делают больно и ставят барьеры. А преодолеть этот барьер – это огромный труд.
Я читаю ваши истории, как вы сами стеснялись говорить на башкирском, как боялись ошибиться… И мне так хочется поддержать каждого и сказать: не бойтесь,не останавливайтесь,
не стесняйтесь акцента.

Ошибки – это нормально. Всё приходит со временем. Главное – идти вперёд, помогать друг другу и передавать традиции дальше.

Агрессия и осуждение не могут помочь. Зато поддержка и вдохновение могут изменить всё.
И когда вы пишете, что наше творчество мотивировало вас и ваших детей учить башкирский – это для меня самое большое счастье. Вот ради этого и стоит идти дальше”.

Шуныһы ҡыуандыра: йырсыны хуплап үҙ фекерен белдергән дәүләт хеҙмәткәрҙәре, вазифалы кешеләр ҙә етерлек. Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова: “ Прочитала пост Адель про знание башкирского языка.Дискуссия о чистоте родного языка, которая идет с первого дня феноменального появления песни Хомай, похоже, не утихает.

   Дорогие друзья, ценители чистого литературного произношения, Вам, действительно, как пишет солистка группы АйЙола очень повезло. Родиться в башкироговорящей семье, жить в языковой среде, учиться на родном языке, но условия у всех разные. И многие овладевают полным языком много позже, что не умаляет их возможности быть частью башкирского народа.

      Давайте перестанем делить народ на "ысын башҡорт" и тех, кто по разным критериям не подходит под это определение. Как совершенно верно сказал, обращаясь к нашему народу, Глава Республики Радий Хабиров, что все, кто считают себя башкирами, вправе ими быть. Давайте любить, учить, продвигать наши ролные языки, стремиться делать все для того, чтобы сохранить уникальное многообразие языков в нашей многонациональной стране.

Своим творчеством ребята из Ай Йола вдохновили тысячи людей изучать башкирский язык, это же здорово! Огромное им за это спасибо! Весь мир теперь узнал мелодичное звучание нашего языка. И слушая Адель многие перестали стесняться, боясь ошибиться в произношении и начали чаще говорить на башкирском, а в изучении языка как раз нужна практика.

Ребята отправляются на гастроли по стране, где в каждом городе их ждут активисты Курултая башкир, будет с кем закрепить знание языка. Алға, Ай Йола!”– тип үҙенең фекерен белдергән.

  Булыр илдең балаһы бер-береһенә батыр тиер, бөлөр илдең балаһы бер-береһенә бахыр тиер… Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙән кәмселек эҙләмәйек. Бер-беребеҙгә батыр, тип әйтәйек. Башҡорттоң тарихын, мәҙәниәтен донъя кимәленә сығарған "Һомай"ға һүҙ әйтмәйек! 

 

Фото: panoramarb.ru

 

 

Автор:Венер Исхаков
 
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас