Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
8 Октябрь 2025, 15:48

"Йондоҙ"ло табын - Хәлит ФӘТИХОВ

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән музыкант, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы баянсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит ФӘТИХОВ бүлешә.

"Йондоҙ"ло табын - Хәлит ФӘТИХОВ"Йондоҙ"ло табын - Хәлит ФӘТИХОВ
"Йондоҙ"ло табын - Хәлит ФӘТИХОВ

Баклажанлы
ҡабымлыҡ

Баклажандарҙы тү­ңә­­рәк­ләп (3 см ҡа­лынлыҡта) киҫергә лә, үҫемлек майында ике яҡлап ҡыҙ­ҙы­рырға. Майҙы артыҡ күп ҡоймағыҙ, сөнки был йәшелсә уны тулы­һынса үҙенә һеңдерә.
Ҡаты сырҙы ҡы­рырға. Помидорҙы ла түңәрәкләп телергә. Укропты ваҡлап ту­рарға. Майонезға иҙел­­гән һарымһаҡ, самалап ҡара борос менән тоҙ һалып бутарға.
Тәрилкәгә ҡыҙҙы­рылған баклажанды теҙеп һалғас, майонездан яһалған соусты һыларға. Өҫтөнә помидор телеме һалып, сыр һибергә. Ҡа­бымлыҡты укроп менән биҙәп, табынға бирәләр.

Бутерброд

Аҡ икмәк телемдәрен 5 – 7 минут мейестә киптереп алырға. Ваҡ (черри)  поми­дор­ҙы һәм тоҙ­ланған ваҡ ҡыярҙы, йәшел һәм ҡара зәйтүн емешен урталай телергә. Укропты ҡыяҡ­­тарға айы­рырға. Ма­йонезға шпрот консерваһы майы һәм иҙелгән һарымһаҡ һалып бутарға.
Икмәк телемдәренә майонезлы соус һылап, шпрот балығы һалырға. Артабан бутербродты помидор, тоҙ­ло ҡыяр, укроп ҡыяғы һәм зәйтүн емештәре менән биҙәргә.

Гранат һутынан
эсемлек

Бер стакан ҡайнар һыуға 200 г шәкәр һалып, бутай-бутай ул ирегәнсе талғын утта ҡайнатырға. Шәр­бәткә 1 л гранат һуты, бер ҡап (10 г) ванилин һалып, бутарға ла, һыуытырға ҡуйырға.
Табынға боҙ киҫәктәре менән бирәләр.


      Гөлнур ҠЫУАТОВА 
яҙып алды.

Сығанаҡ: https://ye102.ru/articles/mahsus/2025-10-08/yondo-lo-tabyn-h-lit-f-tihov-4416199

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас