

8 октябрь Рәсәйҙә өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.
Райондың Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң өҫтәмә белем биреү педагогы, “Тиктормаҫ” медиастудияһы етәксеһе Әлфиә Шәрәфиева үҙен һөнәрен яратҡан, эшен бар күңелен һалып башҡарған һәләтле педагог итеп таныта.
Әлфиә Шәрәфиева Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуа. 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбендә, һуңынан Ҡырмыҫҡалы гимназияһында белем ала. Ҡыҙсыҡ бала саҡтан журналист булырға хыяллана һәм был маҡсатына өлгәшә. Уның хыялын тормошҡа ашырыуға, бигерәк тә атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, әсәһенең бер туған апаһы Рәмилә Сәйфуллина һәм медицина хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре, йыш ҡына радио аша грамоталы, дөрөҫ ҡуйылған тауыш менән сығыш яһаусы олатаһы Әнүәр Сәйфуллин булышлыҡ итә. Шуға күрә уларҙың ғаиләһендә мәҙәни телмәргә һәм әҙәбиәткә ныҡлы иғтибар бүленә.
Ижадҡа табан һәр кемдең үҙ юлы, hәм ҡағиҙә булараҡ, ул бала саҡтан уҡ башлана. Yҙенең тәүге аҙымдарын Әлфиә былай тип иҫкә ала:
- Бала саҡтан уҡ әҙәби ижадҡа ылыҡтым, шиғырҙар яҙҙым. Шиғырҙарым район гәзитендә даими баҫылып торҙо. 17 йәшемдә бәләкәй генә шиғырҙар йыйынтығы баҫтырып сығарҙым. Ул ваҡытта бындай йүнәлештәге берләшмәләр булманы. Әммә беҙ ике туған һеңлем, хәҙер район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы булып эшләүсе Рушания Хәмәтғәлимова менән үҙ журналыбыҙҙы булдырҙыҡ. Ул “Тик-так” тип атала ине. Унда беҙ шиғырҙарыбыҙҙы, хикәйәләребеҙҙе урынлаштырҙыҡ, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар тураһында яҙҙыҡ, һүрәттәр менән биҙәнек. Журналды бер нисә дана итеп эшләйбеҙ ҙә, һуңынан уларҙы дуҫтарға һатабыҙ, унан килгән аҡсаға фломастерҙар һәм ҡағыҙ һатып алып журналдың яңы һанын сығарабыҙ. Мәктәп йылдарында район гәзитенең йәш хәбәрсеһе булдым, һәр ваҡыт ижади осрашыуҙарҙа ҡатнаштым,- ти ул.
Мәктәпте тамамлағандан һуң Әлфиә Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Артабан ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсә һәм бер йыл Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда өҫтәмә белем биреү педагогы булып эшләп ала. Унда ул “Йәш хәбәрсе” түңәрәген алып бара. Актив хәбәрсене күреп ҡалалар һәм райондың “Хеҙмәт даны”, һуңынан “Кармаскалинская новь” гәзитенә эшкә саҡыралар. Ниһайәт, йәш ҡыҙҙың бала саҡтағы хыялы тормошҡа аша һәм ул ең һыҙғанып эшкә тотона.
- Район гәзите редакцияһында эшләгәндә, мин тормошомда бик кәрәкле булған ҡиммәтле белем багажын алдым. Миңә Миҙхәт Рәжәпов, Эльза Саттарова, Рәмилә Сәйфуллина, Тәлғәт Мөхәмәтйәнов кеүек тәжрибәле журналистика оҫталары менән эшләү бәхете тейҙе,- ти ул.
Әлфиә Фидаил ҡыҙы район гәзите редакцияһында корректорҙан алып мөхәррир урынбаҫарына тиклем күтәрелә. 2009 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы булып тора. Уның тос мәҡәләләре республика баҫмаларында ла донъя күрә.
2014 йылда районда “Ҡырмыҫҡалы-ТВ” район телевидениеһы барлыҡҡа килә. Телевидениеның үҫеүенә Әлфиә Фидаил ҡыҙының да тырышлығы һалына.
- 2017 йылда телевидение директоры Лена Ткачева мине хәбәрсе һәм телевидение алып барыусыһы сифатында эшкә саҡырҙы һәм мин профессиональ юлымды тележурналист булараҡ дауам иттем. Тап шул саҡта Пионерҙар Һәм уҡыусылар йорто директоры Эльвира Баязитова миңә балалар өсөн «Йәш журналист мәктәбе» түңәрәген ойошторорға тәҡдим итте. Уның тәҡдименә ҡуш ҡуллап риза булдым, сөнки минең әҙ булһа ла тәжрибәм бар ине. Төп эштән һуң Пионерҙар һәм уҡыусылар йортона барып, балалар менән дәрестәр үткәрҙем. Ул ваҡытта бер ниндәй ҙә ҡорамал юҡ ине. Шуға күрә беҙ практик эште “Ҡырмыҫҡалы-ТВ” студияһында үттек. Унда беҙ сюжеттар яҙҙырҙыҡ. Шулай итеп балалар өсөн “Балаларса түгел” телевизион проект барлыҡҡа килде,- ти ул.
Уңған ҡыҙ декрет ялында ла тик ултырмай.
- Эльвира Рәис ҡыҙы миңә шылтыратып, Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды грантын алған проекттарҙың береһе – балалар медиастудияһы тураһында һөйләне һәм беҙгә педагог булып килегеҙ, тип эшкә саҡырҙы. Мин уның тәҡдимде ихлас ҡабул иттем һәм шатланып эшкә тотондом. Эшемде бик яратам, эшкә шатланып барам, сөнки унда мине шат, көләс йөҙлө балалар, мөләйем хеҙмәттәштәрем көтәләр,- тип ҡыуанып һөйләне Әлфиә.
Грант аҡсаһына студия йыһазландырыла һәм аппаратура һатып алына. Студия яҡташыбыҙ Рәсих Ханнановтың әҫәре буйынса «Тиктормаҫ» исемен ала. “Тиктормаҫ” балалар медиастудияһы 2022 йылда эшләй башлай. Бөгөнгө көндә балалар медиастудияһына 10 йәштән 17 йәшкә тиклемге 50-гә яҡын бала йөрөй.
- Йыл һайын 100-гә яҡын видеоматериал сығарабыҙ. Әммә маҡсатым видеопродукт әҙерләү генә түгел. Һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, медиасфераның буласаҡ белгестәрен тәрбиәләү. Заманса технологиялар заманында баланы асыҡ мәғлүмәт киңлегендә үҙ мөмкинлектәрен дөрөҫ файҙаланырға, мәғлүмәт менән дөрөҫ эшләргә, уны дөрөҫ ҡабул итергә өйрәтеү. Эшемдә “Тамыр” республика телестудияһы һәм “Ҡырмыҫҡалы-ТВ” телеканалы менән хеҙмәттәшлек итәм. Беҙҙең бөтә эштәребеҙҙе «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә ҡарарға мөмкин,- ти Әлфиә Фидаил ҡыҙы.
Әйткәндәй, “Тиктормаҫ” балалар медиастудияһы материалдары башҡа платформаларҙа ла трансляциялана. Бынан тыш, улар балалар һәм үҫмерҙәр өсөн беҙҙең районда үткәрелгән бөтә сараларҙы яҡтырта. Медиастудия тәрбиәләнеүселәре республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай.
- Уҡыусылар Наҙгөл Ямалетдинова менән Нияз Аҡбашевтың эше илдең абруйлы конкурстарының береһе – Бөтә Рәсәй балалар халыҡ мәҙәниәте фестивалендә еңеүсе булды һәм Вологда өлкәһендә уҙғарылған “Традициялар вариҫтары” фестивале финалында ҡатнаштыҡ. Балалар ике тапҡыр Екатеринбург ҡалаһында «АртНавигатор» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланылар. Айҙар Ғәлин «Яңылыҡтар Бергә Эшләйбеҙ» республика конкурсының «Иң йәш режиссер» номинацияһында еңеүсе тип табылды. Шулай уҡ “Тиктормаҫ” балалар медиастудияһы Тольятти ҡалаһында Йәштәр журналистикаһы һәм Балалар-үҫмерҙәр телевизион ижады фестивале лауреаты булды. Балаларҙың уңыштары – педагог өсөн иң яҡшы бүләк,- тип ҡыуаныстары һәм ғорурлығы менән уртаҡлашты педагог.
Әлфиә Фидаил ҡыҙы үҙ-үҙен камиллаштырыу өҫтөндә лә эш алып бара. Сәйәхәт итергә, ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышырға ярата, төрлө сараларҙа спикер сифатында сығыш яһай, конкурстарҙа ҡатнаша. «Йөрәгемде балаларға бирәм» Бөтә Рәсәй педагогик оҫталыҡ конкурсының Республика этабы финалына сыға.
Әлфиә өсөн ғаиләһе иң оло таянысы. Тормош иптәше Рөстәм менән улар бер-береһен һәр яҡлап тулыландыралар. Уҡытыусылар династияһы сылбырын лайыҡлы дауам итеүсе тәжрибәле педагог Рөстәм Хәлил улы педагогик эшмәкәрлектең нескәлектәренә төшөндөрә.
- Тәү сиратта Эльвира Баязитова етәкселегендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто коллективына оло рәхмәтлемен. Бында иҫ киткес талантлы кешеләр эшләй, уларға ҡарап һоҡланыуҙан туҡтамайһың һәм уларҙың өлгөһөнә эйәрәһең. Улар һәр ваҡыт ярҙамға килергә һәм үҙҙәренең белеме һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашырға әҙер. Балала илһам усағын тоҡандырыу һәм уның башланғыстарын хуплау буйынса өҫтәмә белем биреү педагогының төп миссияһын үтәй. Ошондай уҡытыусылар булғанда, балалар мәктәптән һуң яратҡан түңәрәктәренә йөрөүҙән һәм ижади эшмәкәрлектән ләззәт аласаҡ. Шәхсән мин һәр баланың уңышы менән ғорурланам, башланғыстарын хупларға тырышам. Уларҙың һәр ҡаҙанышы минең өсөн юғары награда, сөнки уларҙың һәр береһенә үҙ йөрәгемде бирәм,- ти Әлфиә Фидаил ҡыҙы.
Барлыҡ өҫтәмә белем биреү педагогтарын һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ. Тынғыһыҙ эшегеҙҙә тик уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр, ижади ҡаҙаныштар, һөҙөмтәле эш һәм рәхмәтле уҡыусылар теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.