Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
6 Октябрь 2025, 17:30

Нимә ул хиджама?

Ауылға ҡайтһам, туғандарым, күрше-тирәләге апай-инәйҙәр хиджама эшләттек тип ҡыуанышып йөрөйҙәр. Баҡтиһәң...

Нимә ул хиджама?Нимә ул хиджама?
Нимә ул хиджама?

Ауылға ҡайтһам, туғандарым, күрше-тирәләге апай-инәйҙәр хиджама эшләттек тип ҡыуанышып йөрөйҙәр. Баҡтиһәң, был процедураны кемдеңдер әллә туғаны, әллә танышы ауылға килеп эшләй икән. Теләүселәрҙе алдан яҙҙыра ла тәғәйен көндө килә. Билдәле, йүкә телефоны эшләгәндә, ул кешенең медицина менән бәйле дипломы бармы икән тип һораусы юҡ. Ғәжәп, был ябай булмаған процедура менән теләһә кемдең шөғөлләнергә хоҡуғы бармы? Медицина хеҙмәткәре Аиша СӘЛИХОВА менән ошо хаҡта һөйләштек.

— Аиша Ишморат ҡыҙы, һеҙ ҡасандан бирле хиджама менән шөғөлләнәһегеҙ?
— Ун йыл була башлауыма. Балаларҙы бәләкәй саҡтарында һәр ваҡыт ҡулда алып йөрөгәнгә арҡам ныҡ ҡатып киткәс, табиптарға мәрәжәғәт иттем. Әммә файҙаһы тейерлек ярҙам ала алманым. Сөнки имеҙгән ваҡытта көслө дарыуҙар тыйыла, ауыртыуҙы бер аҙға баҫҡандарын ғына эстем. Туҡта әле, динебеҙҙә ауыртыуҙы еңерлек ниндәй юлдар бар икән тип эҙләп ҡарарға булдым. Ахырҙа хиджамаға юлыҡтым. Хиджама — Мөхәммәт пәйғәмбәр (ﷺ)  сөннәте. Видео ҡарап, төрлө мәғлүмәттәр йыйып, тәүҙә үҙем үҙләштерҙем, шунан тормош иптәшемде өйрәттем. Ул миңә эшләй торғайны. Хиджама 15—20 минут эсендә көслө ауыртыуҙы ла баҫа. Үҙем файҙаһын күргәс, яйлап туғандарға эшләй башланым.
— Хиджама ниндәй осраҡтарҙа ярҙам итә?
— Үҙенең ауырыуын белмәгән кешеләр күп. Барыһының да табиптар буйлап йөрөп, дауахана тупһаларын тапарға ваҡыттары ла етмәй. Ябай халыҡ нимә ти: башым ауырта, аяҡтарым һыҙлай, ҡулдарым ауырта, шешенәм. Былар бит ҡан баҫымынан, остеохондроз, баш һөйәге эсендәге баҫым кеүек ауырыуҙарҙан килә. Күп осраҡта ошондай сирҙәр менән мөрәжәғәт итәләр. Файҙаһын ғалимдар асыҡлап та етмәгән. Әммә хиджама бөтә ауырыуҙарҙан да ярҙам итә тип ышаныслы әйтә алам.
— Был процедура нисек “эшләй”?
— Хиджама организмға ике төп йүнәлештә йоғонто яһай. Тиренең өҫкө ҡатламын ғына лезвия ярҙамында ҡырҡабыҙ. Шул ваҡытта мейегә тән йәрәхәт алды тигән мәғлүмәт бара. Күпләп лейкоциттар бүленә башлай. Ә улар иммунитетты күтәрә. Юғары иммунитетлы кешене һау тип әйтергә лә мөмкин. Яраһы ла тиҙ генә йүнәлә. Лейкоциттар эшен тамамлағас, бер ҡайҙа ла юҡҡа сыҡмай, артабан организмдағы башҡа ауырыуҙар өҫтөндә эшләй. Мәҫәлән, мутацияланған күҙәнәктәрҙе, ситтән ингән вирус, бактерияларҙы юҡ итә. Кешенең тәнендә “генеральная уборка “ башлана.
Артабан ҡанды һурып алабыҙ. Организмға уны юғалта тигән тағы бер мәғлүмәт бара һәм ул яңы ҡан эшкәртә башлай. Ҡан – төрлө матдәләр ташып, тәнебеҙҙе йәшәтеүсе төп элемент. Уның иҫкерә торған сифаты ла бар, насарайыуы ла мөмкин. Берәй ағза йә система ауырыуға һабышһа, тәү сиратта һәйбәт ҡан уны матдәләр ярҙамында туҡландырып, “дауалай” башлай.
— Нисә йәштән хиджама эшләтергә була?
— Был ысул менән яңы тыуған баланы ла дауаларға мөмкин. Үҙемдекеләргә, ә мин алты бала әсәһемен, өс йәштән ҡуя инем. Бәләкәй ваҡытта ла кәрәк тип иҫәпләйем, сөнки иммунитет өсөн файҙалы. Балалар был процедураны бик яҡшы үткәрә.
— Ә кемдәргә ул тыйыла?
— Интернетты асып ҡараһаң, тулы исемлек табырға була. Кемдәрҙер ауырлыларға, күрем килгәндә, ҡан баҫымы йә гемоглобин түбән ваҡытта ярамай тип килә. Һәр кем был исемлекте үҙе төҙөй. Билдәле бит инде, хиджама эшләтергә һау-сәләмәт кеше йөрөмәй. Шуға ла минең исемлектә — гемофилия (ҡан ойошоуы факторҙары боҙолоуы йә бөтөнләй ойошмауы) ғына. Белеп эшләгәндә, хиджаманың зыяны юҡ.
— Иң күбе ниндәй сирҙәр менән мөрәжәғәт итәләр?
— Күбеһенсә арҡа ауыртыуы, юғары ҡан баҫымы, варикоз, аяҡ һыҙлауы, баш ауыртыуы кеүек сирҙәр менән киләләр. Һаулығы өсөн борсолған аңлы кешеләр ауырыуҙарҙы иҫкәртер өсөн дә йөрөй. Ҡатын-ҡыҙҙар йөҙҙәренә эшләтергә ярата. Оҙайлы тәжрибәмдән сығып әйтә алам: иҫ китмәле һөҙөмтәләр бирә. Өлкәнәйә барған һайын бит тиреһендә һырҙар барлыҡҡа килә, таптар менән ҡаплана, тире йә майлы, йә ҡоро була. Ошоларҙың барыһынан да ярҙам итә. Бит таҙарып, ағарып, йәшәреп ҡала. Әммә был бик нескә генә процедура, уны белеп эшләргә кәрәк.
— Нимә яҡшыраҡ: пластик операциямы әллә хиджамамы?
— Хәҙер күптәр укол ярҙамында тиреһе аҫтына сит матдә, мәҫәлән, ботокс, индерә. Һөҙөмтәлә организм ялҡауға әйләнә һәм үҙе коллагенды, эластинды эшкәртмәй башлай. Кеше үҙенең матурлығын үҙе бөтөрә. Хиджамала, киреһенсә, организмға старт бирәбеҙ. Иҫке ҡанды алып ташлағас, яңыһын эшләүҙән башҡа бер ни ҡалмай. Шунда уҡ кешенең йөҙө үҙгәреп киткәне күҙгә күренә.
— Хиджама эшләү өсөн медицина белеме тураһында диплом кәрәкме? Дипломһыҙ белгестәргә нисек ҡарайһығыҙ?
— Хиджама эшләп өйрәнер өсөн диплом кәрәкмәй. Әммә мин, медицина хеҙмәткәре булараҡ, башҡа төрлө ҡараштамын. Кешенең организмын, анатомияһын, ауырыуҙарҙы белергә кәрәк. Анамнез (һаулығы тураһында һорашырға) йыйыу ҙа мөһим. Ябай ғына миҫал килтерәйем. Берәү дипломһыҙ кешегә мөрәжәғәт итте ти, ул тота ла күп итеп ҡан алып ташлай. Ә кешенең гемоглобины түбән булған, ти. Был хәлдән һуң ул дауаханаға эләгә. Шуның өсөн анамнез йыйырға, ниндәй урынды, ҡайһы ерҙе ҡырҡырға, күпме банка ҡуйырға, күпме ҡан алырға икәнен аныҡ белергә кәрәк. Хаджам быларҙы контролдә тоторға тейеш. Медицина белемең булмаһа, билдәле, теүәл генә эшләй алмайһың. Ярҙам итер урынға зыян килтереүең ихтимал. Ә кеше ҡурҡып ҡала: минең гемоглобин түбән, эшләргә ярамай тип уйлай башлай. Ярай. Әммә уларға бер нисә тапҡыр әҙләп-әҙләп эшләргә кәрәк. Ҡан баҫымы түбән булғандар иҫен юғалтыуы ла бар. Был осраҡтарҙа, бәлки, ун банка түгел, ә ике генә лә етер. Организмды яйлап эшләтеп ебәрәбеҙ. Ҡанды күп итеп алһаң, файҙаһы ҙур була, тиеүселәр ҙә бар. Хата фекер был. Иң мөһиме, дөрөҫ ҡырҡырға кәрәк. Юғиһә, ҡан капилляр түгел, ә ҡара ҡан тамырынан була. Икенсе осраҡта бер файҙаһы ла булмай, уны хиджама тип тә атап булмай.
— Ә хаджамды нисек һайларға?
— Иң тәү сиратта ул дипломлы медицина хеҙмәткәре булырға тейеш. Тәжрибәһе, стажына ҡарарға кәрәк. Беҙҙә бит йүкә телефоны ла шәп эшләй, уның ярҙамында хаджаманың эше тураһында мәғлүмәт тарала. Әйтәйек, берәү “башҡа уға бармайым” ти һәм аныҡ ҡына ни өсөн икәнен дә белдерә. Кешеләр теге йә был белгес тураһында нимә әйткәндәрен тыңларға кәрәк.

Айгөл СӘЛӘХОВА әңгәмәләште.

Автор:Айнур Акилов
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас