Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
3 Октябрь 2025, 04:58

Яҡташтарыбыҙҙың батырлығы тураһында

Райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Олокүл мәктәбенең 5 “а” класы уҡыусылары өсөн Рәсәй, Донецк һәм Луганск Халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре берләшкән көнгә бағышланған Батырлыҡ дәресе үткәрелде.

Яҡташтарыбыҙҙың батырлығы тураһындаЯҡташтарыбыҙҙың батырлығы тураһында
Яҡташтарыбыҙҙың батырлығы тураһында

Уҡыусылар кесе Ватандың бай тарихы менән танышып, Бөйөк Ватан һуғышының легендар геройҙарынан алып хәҙерге заман һаҡсыларына тиклем, яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында белде.
Музей директоры Клара Ғәйфуллина балалар өсөн райондың бай үткәненә һәм бөгөнгөһөнә экскурсия үткәрҙе. Ул райондың аяҡҡа баҫыу тарихынан башланы, уның хеҙмәт һәм таланты менән дан ҡаҙанған кешеләрҙе, ауыл хужалығының, мәҙәниәттең һәм мәғарифтың күренекле эшсәндәрен иҫкә төшөрҙө. Балалар портреттарҙан яҡташтарының таныш фамилияларын ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Клара Дархан ҡыҙының генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы, беҙҙең замандаштарыбыҙ – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында һөйләүен уҡыусылар йотлоғоп тыңланы. Уларҙың батырлығы – ата-бабалары һалған хәрби йолаларҙың туранан-тура дауамы.
- Миңә барыһынан да бигерәк генерал Шайморатов һәм 112-се кавалерия дивизияһы, әлеге ваҡытта МХО-ла батырлыҡ күрһәткән беҙҙең яугирҙәр тураһында тыңлау бик тулҡынландырғыс булды. Беҙ һәр ваҡыт Рәсәй Геройҙарының батырлыҡтарын хөрмәт итергә һәм рәхмәтле булырға тейеш,- тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты 5 “а” класы уҡыусыһы Аксинья Игнатьева.
Батырлыҡ дәресе үҫеп килеүсе быуынды патриотик тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерҙе. Үткән һәм хәҙерге геройҙар тураһында иҫтәлектәрен һаҡлап, район йәштәре киләсәктә ысын геройҙарҙың яҡташтары исемен хөрмәтләү өсөн тормоштарын ҡәҙерләргә һәм үҙ тарихтарын һаҡларға өйрәнер.
Руслан БАКИРОВ.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас