

Матурлыҡҡа ғашиҡ, донъя көтөүгә тырыш, күркәм холоҡло Мәһлиевтарҙың етеш тормошона, йүнселлегенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем сәскәләргә күмелеп ултырған баҡсала ниндәй генә йәшелсә-емеш һәм еләк үҫмәйҙер?
Бына баҡсала төрлө сортлы алма, слива, сейә ағастары, ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағат, ҡурай еләге һәм башҡа ҡыуаҡтар бар. Уңған хужабикәнең түтәлдәрендә кишер, сөгөлдөр, һуғаны мул уңыш биреп ултыра. Гөл-сәскәләр ҙә яҙҙан алып алтын көҙгә тиклем хуш еҫ бөркөп, нур һибеп, тирә-яҡҡа йәм өҫтәй.
Көҙөн баҡсанан мул уңыш йыйып алалар. Бәрәңгеһен, кишерен, сөгөлдөрөн мөгәрәпкә төшөрөп тә ҡуйғандар.
- Башҡа йылдарға ҡарағанда быйыл уңыш мул булды. Бөтә емеш ағастары ла, йәшелсәләр ҙә тәгәрәп үҫте. Бәрәңгене, кишерҙе йыйып мөгәрәпкә төшөрөп ҡуйҙыҡ. Төрлө емештәрҙән ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар, компоттар эшләнем. Ҡыярын-помидорын тоҙлап, төрлө салаттар әҙерләп ҡуйҙым,- ти Лидия Сәғит ҡыҙы.
Йорт хужаһы Вәғиз Шәрифулла улы менән Лидия Сәғит ҡыҙы бар эштәрҙе бергә башҡаралар. Хужалар икеһе лә хаҡлы ялда булһалар ҙа йортта тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек көндәлек мәшәҡәт, көндәлек эш менән булалар. Баҡса ғына үҫтереп ҡалмайҙар, һыйыр ҙа аҫрайҙар, тауыҡтар ҙа ҡарайҙар. Лидия апай һыйырҙан алған аҡты эшкәртеп, майын, ҡоротон да әүәләп ҡуя. Һыйыр мулыраҡ һөт бирһен өсөн ташҡабаҡ, мал аҙығы сөгөлдөрө, һутлы бесән генә ашаталар.
Мәһлиевтар өс балаға ғүмер, матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Балалары инде ғаилә ҡороп үҙ тормоштары менән йәшәйҙәр. Улдары Вадим ғаиләһе менән тыуған ауылында төпләнгән. Ҡатыны менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Эльвина ҡыҙҙары Өфө ҡалаһын үҙ иткән. Уның ғаиләһендә бер ҡыҙсыҡ тәрбиәләнә. Ҡыҙҙары Әлиә тормош иптәше менән Ҡабаҡ ауылында йәшәй һәм эшләй. Лидия Сәғит ҡыҙы менән Вәғиз Шәрифулла улы бөгөн дүрт ейән-ейәнсәренә яратҡан өләсәй менән хәстәрлекле олатай. Балаларының йәйгелеккә ҡайтыуҙарын һый-хөрмәтен әҙерләп, һағынып көтөп ала.
Лидия апай бәйләм бәйләүгә лә бик оҫта ҡуллы. Элегерәк ул балаларына кейемде үҙе бәйләп кейҙергән. Хәҙер төрләндереп сағыу-сағыу төҫтәр менән бейәләй, ойоҡбаштар, тапочкалар бәйләп, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөндөрә. Бәйләнгән әйберҙең матурлығы, уңайлылығы менән ләззәт биреп ҡыуандыра, сөнки бәйләү кеше өсөн ял итеүҙең бик файҙалы бер ысулы ла.
- Ҡул эше тынысландыра һәм ниндәйҙер бер рәхәтлек бирә. Күҙ нурыңды, йәнеңде биреп бәйләйһең бит,- ти ул.
Лидия апай махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Ауыл ағинәйҙәре менән бергә йыйылышып улар һалдаттарға москит сеткалары үрәләр, үлән сәйҙәре әҙерләйҙәр, май шәмдәре һәм башҡа кәрәк-яраҡ әйберҙәр эшләйҙәр, төрлө тәмле-татлы ризыҡ бешереп оҙаталар. Күптән түгел улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә тәмле күстәнәс – сәк-сәктәр бешергән.
Мәһлиевтарға артабан да бәрәкәтле мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта һәм шатлыҡ-ҡыуаныста ғына йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Фирүзә Рәхмәтуллина.