Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
3 Октябрь 2025, 04:17

Телефон аша мутлашыуға ҡаршы көрәш

Мутлашыуға ҡаршы көрәш граждандарҙы һәм дәүләтте заманса киберһөжүмдәрҙән һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙарҙан һаҡлауҙы көсәйтеүгә йүнәлтелгән.

Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексына (артабан - РФ Енәйәт Кодексы) компьютер мәғлүмәттәре өлкәһендәге енәйәттәрҙең яңы составы индерелгән: күмәк шылтыратыуҙар өсөн ҡорамалдарҙы законһыҙ файҙаланған өсөн: SIM-бокстар, виртуаль АТС-тар һәм башҡалар өсөн РФ Енәйәт Кодексының 274.3-сө статьяһы буйынса 2 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған; абонент номерҙарын законһыҙ тапшырыу буйынса эшмәкәрлекте ойошторған өсөн РФ Енәйәт Кодексының 274.4-се статьяһына ярашлы 3 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған. Был норма SIM-карталарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы йүнәлтелгән; мессенджерҙарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә теркәлеү һәм авторизация өсөн мәғлүмәттәр менән сауҙа иткән өсөн РФ Енәйәт Кодексының 274.5-се статьяһы буйынса 3 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.
Шул уҡ ваҡытта VPN - сервистар ярҙамында енәйәт ҡылыу яуаплылыҡты ауырайтыусы шарттарға ҡарай.
Үҙгәрештәр телефон аша мутлашыуға ҡаршы көрәш маҡсатында индерелгән һәм граждандарҙы һәм дәүләтте заманса киберһөжүмдәрҙән һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙарҙан һаҡлауҙы көсәйтеүгә йүнәлтелгән.

Ильяс ХАЖИЕВ,
район прокуроры ярҙамсыһы.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас