Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
3 Октября 2025, 05:13

Инвестицияларҙа “аҡса эшләгән”

Прибельский ауылынан пенсионер ҡатын үҙен инвестициялар буйынса консультант тип таныштырған мутлашыусының ҡорбаны булған.

Прибельский ауылынан пенсионер ҡатын үҙен инвестициялар буйынса консультант тип таныштырған мутлашыусының ҡорбаны булған.Енәйәтсе зыян күреүсе менән популяр мессенджер аша элемтәгә инә һәм уны валюта баҙарында еңел аҡса эшләп була тип ышандыра. Зыян күреүсе тәҡдим менән ҡыҙыҡһына һәм аферист күрһәтмәһе буйынса тәүҙә 11 мең һум, һуңынан 54 208, 26 850, 20 мең аҡса күсерә.
Шунан һуң зыян күреүсе ни өсөн әлегә тиклем һатыуҙан килем булмауы менән ҡыҙыҡһына. “Инвестор” килем алыу өсөн тағы аҡса индерергә кәрәк, ти. Мутлашыусы табыш алыу һылтауы менән пенсионер ҡатынды ҙур суммала аҡса күсерергә мәжбүр итә. Һөҙөмтәлә ул 163 758 һумдан, шул иҫәптән үҙ аҡсаларынан, кредит һәм заем аҡсаларынан мәхрүм ҡала.
Интернетта “отошло” финанс схемаларын тәҡдим итеүсе сит кешеләр менән аралашҡанда һаҡ булығыҙ!
Мутлыҡ ҡорбаны булмаҫ өсөн нимә эшләргә?
- Интернетта тиҙ һәм еңел аҡса эшләү вәғәҙәләренә ышанмағыҙ.
- Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ, хатта улар үҙҙәрен финанс эксперттары тип таныштыр­һалар ҙа.
- Шикле “консультанттар” кәңәше буйынса тикшерелмәгән ҡушымталар ҡуймағыҙ.
- Теләһә ниндәй инвестиция тәҡдимдәре тураһындағы мәғлүмәтте рәсми сығанаҡтар аша тикшерегеҙ.
Хөрмәтле район халҡы, аферис­тарҙың хәйләләренә бирешмәгеҙ! Таныш булмаған номерҙарҙан шылтыратыуҙарға яуап бирмәгеҙ. Аҡсаларығыҙҙы “хәүефһеҙ” иҫәптәргә күсермәгеҙ. Был мутлашыусыларҙың иҫәбе.
Ғәлиә КӘРИМОВА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас