Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
3 Октябрь 2025, 05:11

Аферист 120 меңгә сәскә килтергән

Телефон мутлашыусылары әленән-әле алдашыуҙарҙың яңы ысулдарын уйлап таба.

Телефон мутлашыусылары әленән-әле алдашыуҙарҙың яңы ысулдарын уйлап таба. Хәҙер улар үҙҙәрен сәскә кибеттәре һатыусылары тип таныштыралар һәм ҡорбандарын улар исеменә сәскә заказ ителгән тип ышандыралар. Йыш ҡына кешеләр хәйлә тураһында уйламай һәм “бүләк”те ҡабул итергә ризалашалар һәм аҡсаһыҙ ҡалалар.
Олокүл ауылында йәшәүсе Анна Р. (исеме үҙгәртелде) нәҡ бына шундай хәлдә ҡалған. Ҡыҙға шылтыратып, уның исеменә сәскәләр заказ биреүҙәре тураһында хәбәр иткәндәр. Енәйәтсе ҡыҙҙың йәшәү адресын асыҡлай һәм ташламалар алыу өсөн сервис ҡушымтаһында теркәлергә тәҡдим итә. Мутлашыусы уға хәҙер һиңә смс менән код килә, активлаштырыу өсөн шуны әйтергә ҡуша. Кодты әйткәндән һуң Анна Р. трубканан үҙенең мутлашыусы менән аралашыуын киҫәткән ир тауышын ишетә. Ул ҡурҡып, һөйләшеүен туҡтата.
Әммә тиҙҙән уға “Дәүләт хеҙмәттәре” аккаунтын ватыуҙары һәм элемтәгә инеү өсөн телефон номеры тураһында смс килә. Күрһәтелгән номер буйынса шылтыратып, зыян күреүсе үҙен “Роскомнадзор” хеҙмәткәре тип таныштырған ҡатын-ҡыҙ менән һөйләшә. Тегеһе Аннаны “Росфинмониторинг” ялған операторы менән тоташтыра. Әңгәмә барышында мутлашыусы уның исеменә ышаныс ҡағыҙы рәсмиләштерелгән, уны был орган аша ғына ғәмәлдән сығарырға мөмкин. Бының өсөн банк иҫәбенең номерын алыштырырға кәрәк, тип белдерә.
Һуңынан Аннаға “ФСБ хеҙмәткәре” шылтырата һәм Украина ғәскәрҙәренә иғәнә ярҙамы күрһәткән өсөн енәйәт яуаплылығы менән ҡурҡыта. Шунан һуң яңынан “Росфинмониторинг”тың ялған хеҙмәткәре элемтәгә инә һәм зыян күреүсене Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте (ФСБ) тикшереүен булдырмаҫ өсөн “хәүефһеҙ” иҫәпкә аҡса күсерергә кәрәк тип күндерә. Мутлашыусыларға ышанып, Анна 120 мең һум күсерә һәм аҡсаһыҙ ҡала.

Ғәлиә Кәримова

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас