Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
3 Октябрь 2025, 04:19

Аҡсаһын кире ҡайтарғандар

Ҡырмыҫҡалы районында прокуратура мутлыҡ ғәмәлдәренән зыян күргән өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын яҡланы.

Приморье крайы Владивосток ҡалаһының Ленин районы суды Ҡырмыҫҡалы районы прокурорының Ҡытай Халыҡ Республикаһы гражданкаһынан енәйәт килтергән зыянды түләттереү тураһындағы дәғүәһе буйынса ҡарар сығарҙы.
Судҡа мөрәжәғәт итеү өсөн РФ Енәйәттәр кодексының 159-сы статьяһы 2-се бүлеге (мутлашыу) буйынса енәйәт эше материалдары хеҙмәт итте.
2024 йылдың ноябрендә билдәһеҙ зат онлайн-кибеттә аҡса эшләү һылтауы менән өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙан 90 мең һум күләмендә аҡса урлаған.
Тикшереү барышында аҡсаның Ҡытай Халыҡ Республикаһы гражданкаһы иҫәбенә инеүе асыҡланған. Прокуратура судҡа урланған аҡсаны түләтеү тураһындағы дәғүә ғаризаһы менән мөрәжәғәт итте.
Прокурор талаптары тулы күләмдә ҡәнәғәтләндерелде. Суд ҡарарын үтәү күҙәтселек ведомствоһының күҙәтеүе аҫтында тора.
Ильяс ХАЖИЕВ,
район прокуроры ярҙамсыһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас