

Киләһе ярты йылда республикала температураның 1991-2020 йылдарҙағы уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын һәм юғарыраҡ булыуы көтөлә, тип хәбәр итте Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт.
Былтырғы ҡыш менән сағыштырғанда күпселек төбәктәрҙә һалҡыныраҡ булмаҡсы. Хәүефле метеорологик күренештәр өсөн шарттар тыуҙырған «температура тирбәлеүҙәре» көтөлә.
Башҡортостанда октябрҙән ғинуарға тиклемге осор – нормаға яҡын, февраль һәм март норманан юғарыраҡ тип фаразлана.
Башгидрометта билдәләүҙәренсә, һуңғы 15 йылда бындай фараздар 63-81% дөрөҫкә сыға. Ҡыҫҡа ваҡытлы фараздар күпкә анығыраҡ.