

“Милләттәр кросы” - иң күләмле спорт төрҙәренең береһе һанала. Был сара халыҡты физик культура менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм спортты пропагандалау маҡсатында уҙғарыла. Ярыштарҙа теләгән һәр кеше ҡатнаша ала.
Уҙған аҙнала район мәктәптәре уҡыусылары араһында йүгереү буйынса ярыш уҙҙы. Кроста барыһы 150-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы мәғарифтың профсоюз ойошмаһы рәйесе Рөстәм Әминев сәләмләне һәм уңыштар, еңеү теләне.
- Бөгөнгө байрам һаулыҡ өсөн мөһим сара булып тора, сөнки йәшәү көсө - хәрәкәттә. Спорт кешеләрҙе берләштерә, уларҙы көслө итә, маҡсаттарға, хыялдарына өлгәшергә өйрәтә, һәм, әлбиттә, ихтыяр көсөн үҫтерә. Спорт менән шөғөлләнегеҙ һәм сәләмәт булығыҙ,- тине Рөстәм Рәфил улы.
Кросс алдынан спортсылар физкультура-һауыҡтырыу комплексының тренерҙары менән төрлө күнекмәләр эшләне. Артабан йүгерергә яратыусы ҡыҙҙар ике саҡрым арауыҡты үтте, малайҙар өс саҡрымға йүгерҙе. Уҡыусылар марафонда бик әүҙем ҡатнашты. Ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Ҡыҙҙар һәм малайҙар финишҡа беренсе булып килеү өсөн ихлас йүгерҙе. Уларҙың һәр береһе үҙ көсөн һынап, сыҙамлығын һәм еңеүгә ынтылышын күрһәтте.
Һәр дистанцияла йүгереүселәрҙе финиш һыҙығында көйәрмәндәр алҡышлап, дәрт өҫтәп торҙо. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа үҙ дистанцияларын уңышлы үтте, һәм иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән иң етеҙ йүгеректәр миҙалдар һәм грамотаға лайыҡ булды. Ҡыҙҙар араһында Николаевка мәктәбенән Екатерина Трофимова беренсе урын яуланы. Икенсе урында – Азалина Мозафарова (Иҫке Муса), өсөнсө – Ксения Григорьева (Николаевка). Үҫмерҙәр араһында 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенән Илназ Ҡолғонин еңеүсе тип танылды. Ефремкин мәктәбенән Даниэль Фәттәхов икенсе урынды яуланы. Ҡабаҡ лицейынан Булат Сәләхетдинов өсөнсө урынға сыҡты.
Тотош ярыш һөҙөмтәләре буйынса команда беренселегендә беренсе урынды 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе (уҡытыусылары Максим Киселев, Ринат Яхин) алды, Иҫке Муса мәктәбе (уҡытыусы Заһит Әмиров) икенсе урынға сыҡты, өсөнсөлә - Прибельский мәктәбе командаһы (уҡытыусы Александр Якунин). С.М.Чугункин исемендәге мәктәп уҡыусыһы Венера Таһирова менән Ефремкин мәктәбенән Самир Джабаров бәйгенең иң йәш ҡатнашыусылары тип танылды. Бәйгелә ҡатнашҡан бөтә спортсылар ҙа күтәренке кәйеф, көс-дәрт алып таралышты.
- Уҡыусыларыбыҙ спорт буйынса төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашалар. Еңеүҙәр ҙә яулайбыҙ. Бөгөн марафонда уҡыусыларыбыҙ яҡшы һөҙөмтә күрһәттеләр. Иң мөһиме еңеү түгел, ә үҙ-ара аралашыу, сәләмәт тормош рәүешен алып барыу,- ти Николаевка мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Нина Кобякова.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.