Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
2 Октябрь 2025, 09:29

Бөйөк рус яҙыусыһын данлап

Районда 35-се тапҡыр Халыҡ-ара Аксаков көндәре үтте.

Бөйөк рус яҙыусыһын данлапБөйөк рус яҙыусыһын данлап
Бөйөк рус яҙыусыһын данлап

Районда 35-се тапҡыр Халыҡ-ара Аксаков көндәре үтте. Халыҡ-ара Аксаков көндәре – бөтә республикабыҙҙың мәҙәниәт өлкәһендәге иң сағыу күренеш. Сергей Тимофеевич Аксаковтың исеме Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, донъя әҙәбиәтендә лә киң билдәле. Халыҡ-ара Аксаков байрамы тыуған ерен яратҡан хөрмәтле яҡташыбыҙ, күренекле яҙыусы Сергей Тимофеевич Аксаковтың яҡты иҫтәлегенә бер мәҙхиә булараҡ билдәләнә. Республикала Халыҡ-ара Аксаков байрамы айҡанлы тантаналы саралар йыл һайын ойошторола. Улар күренекле рус яҙыусыһы Сергей Аксаковтың ижадын яратыусыларҙы берләштерә.
Быйыл байрамға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар килде. Һыуыҡ Шишмә ауылы янында икмәк-тоҙ менән ҡаршы алғас, ҡунаҡтарға район ауылдары буйлап сәйәхәт ойошторолдо. Мәртәбәле ҡунаҡтар Илтирәк ауылындағы мордва мәғрифәтсеһе Авксентий Юртов музейына сәфәр ҡылды. Унда улар Авксентий Филипповичтың тормош юлы менән танышты.
Бер төркөм яҙыусылар китаптарын Илтирәк ауылы китапханаһына тапшырҙы. Унда улар үҙ урынын табыр һәм әҙәбиәт һөйөүселәрҙе рухи байлыҡ донъяһына алып инер.
Мәктәп уҡыусылары билдәле яҙыусының әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙе. Унда йәш Сергей Аксаковты Сихонкин мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Инсаф Аслаев уйнаны. Тамашасылар балаларҙың яҡшы актерлыҡ һәләтен маҡтаны. Билдәле сәйәхәтсе һәм яҙыусы Камил Йыһаншин Инсафҡа автографы менән үҙенең китабын бүләк итте.
Һуңынан делегация данлыҡлы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күргәҙмә залында булды һәм генерал Шайморатов хаҡында документаль фильм ҡараны. Сарала ҡатнашыусылар Шайморатов ауыл клубы мөдире Гөлнара Ниғмәтуллинаның легендар яҡташыбыҙҙың бала һәм үҫмер сағы тураһында һөйләгәндәрен ҡыҙыҡһынып тыңланы. Артабан сарала ҡатнашыусылар Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды.
Ҡунаҡтар Илтуған ауылында урынлашҡан район халҡының ғорурлығы һәм яратып өлгөргән урыны булған тарих һәм тирә-яҡты өйрәнеү музейында ла булып китте.
Байрам сараһы Ҡырмыҫҡалы ауылында дауам итте. Район Мәҙәниәт һарайы алдында мәртәбәле ҡунаҡтарҙы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Милли кейемдәрҙең сағыу буяуҙары, халыҡ музыкаһы тауыштары һәм милли ризыҡтарҙың хуш еҫтәре ҡунаҡтарҙы халыҡтар мәҙәниәте донъяһына алып инде.
Фойела Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең эштәренән торған күргәҙмәләрҙе сарала ҡатнашыусылар ҡыҙыҡһынып ҡарап сыҡты. Ҡунаҡтар ҙур теләк менән Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре ойошторған оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.
Байрам тантанаһы артабан тамашалар залына күсте. Килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләргә муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров та килгәйне.
- Халыҡ-ара Аксаков байрамын беҙ яҡташыбыҙға, һүҙ оҫтаһына, билдәле яҙыусы Сергей Аксаковҡа хөрмәт билдәһе күрһәтеү итеп ҡабул итәбеҙ. Ул беҙҙең районға бик ҡәҙерле. Ҡасандыр Сергеевка тип аталған Иҫке Ҡыйышҡы ауылы Аксаков арҡаһында рус әҙәбиәтенә инде. Тап бында йәмле күл буйында уның бала сағы үтә. Күп йылдар инде тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән Ҡыйышҡы күле Аксаков күле тип үҙгәртелде. Ә урындағы мәктәп бөйөк яҙыу­сының исемен йөрөтә,- тине Әлфир Фәрхәт улы һәм Сергей Аксаковтың ижадына арналған конкурс еңеүселәре Азалия Кинйәкәева, Эдуард Чанышев, Даниил Власов, Сергей Тюменев, Аделина Назарова һәм Морат Ҡолбахтинға Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Артабан сарала ҡатнашыусылар «Аксаков көҙө» әҙәби-музыкаль композицияһын ҡараны. Байрам саралары Сергей Аксаковтың бала сағы үткән Иҫке Ҡыйышҡы ауылында тамамланды.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас