

Ҡартлыҡ ҡасан килә? Кешене ҡасан “оло йәштәгеләр” иҫәбенә индерергә мөмкин? Һеҙгә лә шундай уй килгәне бармы?
Ҡасандыр, урта быуатта, 20 йәштән уҙғандарҙы ҡарт кеше тип иҫәпләгәндәр. Һуңынан был йәште бер нисә тап-ҡыр 30-35 йәшкә күсергәндәр. 40 йәштән уҙған кешеләр-ҙе ҡарт тип иҫәпләгәндәр. Хәтерегеҙгә бала сағығыҙҙы төшөрөгөҙ: дүртенсе тиҫтәне үткән ата-әсәйҙәрегеҙ ҡарт кеше булып тойолғандыр.
Рәсәй фәндәр академияһы вәкилдәре әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта кешенең биологик йәшен билдәләүҙә ярайһы уҡ үҙгәрештәр булды. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы йәш классификацияһын биш төргә бүлә: 25-44 йәштә кеше йәш, 44-60 йәштә – урта йәш, 60-тан 75-кә тиклем – оло йәштәге, 75-тән 90-ға тиклем ҡарт кеше тип иҫәпләнә. Ә был һыҙыҡты үткәндәр оҙон ғүмерлеләр рәтенә инә.
Ә һеҙ бының менән килешәһегеҙме? Һеҙгә ҡарата был мәғлүмәтте ҡулланыу мөмкинме? Кешенең биологик торошон йәш һаны билдәләйме һәм бер категориянан икенсеһенә күсерәме? Ошоға бәйле фекерегеҙҙе яҙығыҙ.
Фото: Ф.Рәхмәтуллина
Сығанаҡ: https://mechetlinskayalife-b.ru/articles/byl-y-y-ly/2020-10-21/kem-olo-y-sht-kem-art-360974