

- 4 йомортҡа
- 4 аш ҡалағы майонез
-1 стакан шәкәр ҡомо
- 1 сәй ҡалағы йәки 1 пакетик разрыхлительде (мөмкин сода)
-1 стакан он
Ошоларҙы бөтәһен дә бергә ҡушып болғап кекс бешерә торған һауытты майлап ебәреп ҡойорға, алдан тоҡандырып ҡуйған духовкала 15 - 20 минут тирәһе бешереп алырға, бешкәнме - юҡмы икәнен нәҙек кенә ағас таяҡ (шпажка) ярҙамында тикшереп ҡарарға , кексҡа сәнсергә лә, ағас таяҡ ҡоро көйө генә сыҡһа кекс бешкән булып сыға. Төрлө рецепттар буйынса кекстар бешереп ҡараным, был кекстың тәме бөтөнләй башҡаса, үҙе йомшаҡ ҡына, бешерергә ҡуйыр алдынан кекс өҫтөнә грек сәтләүеге онтап һибеп сыҡтым, тәмле булды, рецепттан ҡәнәғәт ҡалдым.
Гөлгөнә Байегетова.
Автор фотоһы.
Көнгәк гәзитенән.