

Был турала баш ҡаланың ЗАГС идаралығынан хәбәр иттеләр.
Шулай итеп, быйыл кейәүҙәр араһында 96 йәшлек бабай, ә кәләштәр араһында 91 йәшлек әбей рекорд ҡуйҙы.
Уларҙың союзы баш ҡалала һуңғы йылдарҙа иң олоһо була.
ЗАГС хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, бындай осраҡтар һоҡландыра, илһамландыра һәм ғаилә ҡороу өсөн йәш сикләүҙәре юҡлығын иҫбатлай.
Оло йәштәгеләр араһында никахтар һирәк осрай, әммә уларҙың һәр береһе айырым иғтибарҙы йәлеп итә, тип белдерә Мәскәү ЗАГС идаралығы хеҙмәткәрҙәре.
Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, 60 йәштән өлкәндәр араһында йылына 1,2 мең пар ғына никахҡа инергә ҡарар итә.
Әйткәндәй, Башҡортостандағы ғәҙәти булмаған парҙың тормошо хаҡында бәйән иткән Уфа1 порталының яңылығы арҡаһында селтәрҙә бәхәстәр ҡупҡан: 25 йәшлек йәш ҡатын менән 76 йәшлек пенсионерҙың никахы кешеләрҙе битараф ҡалдырмаған.
Күмертауҙан 25 йәшлек Дарья оло йәштәге иренән ике ир бала тапҡан, бәхетле йәшәп ята. Әммә кемдер уны ҡомһоҙлоҡта, хәйләкәрлектә ғәйепләй. Башҡалар иһә тик бәхет теләй.
Фото: автор.
©_mikdarya_
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Сығанаҡ: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-09-26/y-sh-k-l-shk-91-y-sh-4404370