Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
29 Сентябрь 2025, 09:54

Башҡортостанда балалар өсөн «комендант сәғәте» оҙайтыла

Был тәртипте боҙған өсөн штраф ҡаралған.    

Башҡортостанда балалар өсөн «комендант сәғәте» оҙайтылаБашҡортостанда балалар өсөн «комендант сәғәте» оҙайтыла
Башҡортостанда балалар өсөн «комендант сәғәте» оҙайтыла

1 октябрҙән Башҡортостанда балалар өсөн төнгө «комендант сәғәте» ҡышҡы ваҡытҡа күсә һәм ике сәғәткә оҙайтыла. Тимәк, бәлиғ булмағандарға киске сәғәт 10-дан иртәнге 6-ға тиклем атай-әсәйҙәренән башҡа урамда һәм йәмәғәт урындарында йөрөргә ярамай.

Сентябрь аҙағынаса тыйыу төн уртаһынан иртәнге 6-ға тиклем ғәмәлдә ҡала.

Республика Дәүләт Йыйылышында белдереүҙәренсә, «комендант сәғәте» режимын боҙған өсөн 500-2000 һум штраф һалына.

Сикләүҙәр «Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында» закон менән билдәләнгән, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында.

 
Автор:
Читайте нас