Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
28 Сентябрь 2025, 15:39

Ҡышҡылыҡҡа борщ

Банкала әҙер борщың ултырһа, тиҙ генә аш бешерергә уңайлы була.

Ҡышҡылыҡҡа борщҠышҡылыҡҡа борщ
Ҡышҡылыҡҡа борщ

Банкала әҙер борщың ултырһа, тиҙ генә аш бешерергә уңайлы була.

Ҡышҡылыҡҡа борщ әҙерләү өсөн  1 кг һуған, 1 кг кишер, 2 кг сөгөлдөр, 2 кг помидор, 0,5 кг татлы борос, 1  баш һарымһаҡ, 2 ҡалаҡ томат пастаһы, 250 мл үҫемлек майы, 2 ҡалаҡ төйөлгән ҡара борос, 3 лавр япрағы, 5 ҡалаҡ шәкәр, 70 мл аш һеркәһе кәрәк.

 Һуған менән кишерҙе үҫемлек майында ҡыҙҙырғас, уға  туралған  татлы борос ,помидор, ҡырылған  сөгөлдөрҙө , томат пастаһын һалып, ярты сәғәт бешерергә.  Бешеп сығыр алдынан ваҡ итеп туралған һарымһаҡ, лавр япрағы, борос, шәкәр, аш һеркәһе һалырға. 5 минут ҡайнағас, ҡатнашманы  стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ябырға.

0,7 литрлы ун банка борщ сыға.

 

 

Фото: ru.pinterest.com

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас