

“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярашлы, Бөрө – Тастүбә – Һытҡы юлында 4,3 километр оҙонлоғондағы участкала юл ремонтланған.
Был турала республиканың Транспорт министрлығы хәбәр итә. Ошо маҡсатта Ҡариҙел районында Тайга һәм Тайҡаш ауылдары араһындағы участка яҡшы торошҡа килтерелгән. Асфальт-бетон япмаһы яңыртылған, юл ситтәре нығытылған, билдәләр һыҙылған.
– Бөрө – Тастүбә – Һытҡы юлы Башҡортостандың транспорт селтәренең мөһим өлөшө булып тора. Ул Өфөнө төньяҡ-көнсығыш райондар менән бәйләй, ул тарафта 61 меңләп кеше йәшәй - Дыуан, Ҡариҙел, Мишкә райондары халҡы. Шулай уҡ был трасса Силәбе һәм Свердловск өлкәләренә сығырға ла мөмкинлек бирә. Тәүлек трафигы яҡынса өс мең машина тәшкил итә, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.