

Сарала ауылдаштар ҙа, уҡыусылар ҙа әүҙемлек күрһәтте. Хәйриә йәрминкәһе махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итеү маҡсатынан ойошторолдо.
Был көндө мәҙәниәт йорто алды гөрләп торҙо. Кемдер тауарын һатты, икенселәре һатып алды. Ауыл уңғандары мөгәрәптән ҡайнатмаларын, һуттарын, йәшелсә-емешен, шулай уҡ тәмле-татлы ҡамыр ризыҡтарын һатыуға сығарҙы. Кемдер үҙе етештергән ҡаймаҡ, эремсек, май тәҡдим итһә, икенселәр үҙҙәре яһаған ҡайнатма, салаттар, тоҙло ҡыяр, баҡсаһында үҫтергән кишер, бәрәңге, яландан йыйған бәшмәк тәҡдим итте.
Хәйриә йәрминкәһенән килгән табыш “Ватан” ирекмәндәр штабы аша махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ебәреләсәк.
Ижад миҙгелен асыу тантанаһында Һәүәләй һәм Бишауыл-Уңғар үҙешмәкәрҙәре ауыл халҡын бай йөкмәткеле концерт менән ҡыуандырҙы. Был көндө шулай уҡ сараға килеүселәр мәҙәниәт йортоноң эшмәкәрлеге менән таныша алды. Һәр кем унда эшләп килгән түңәрәккә яҙылды.
Һәүәҫкәрҙәр үҙҙәренең иң сағыу сығыштарын бүләк иттеләр. Концерт программаһында Һәүәләй ауылының «Йәшлегем моңдары» ансамбле, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаттары Илдар Жамалов менән Флүрә Заһиҙуллина, Һәүәләй реабилитация үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Дарина Мусина, Бишауыл-Уңғар ауылы үҙешмәкәрҙәре ҡатнашты.
Ижад миҙгелен асыу тантанаһында ҡатнашыусы артистарҙың йыр-моңдары, бейеүҙәре халыҡ күңеленә хуш килде.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.