

Бөрө үҙәк район дауаханаһына йыл башында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, ике күсмә рентген аппараты алынды. Һигеҙ ай эсендә уларҙа 1800-ҙән ашыу тикшереү үткәрелгән.
Рентген аппараттары һүрәттәрҙе мобиль сымһыҙ яҫы панелле детекторға теркәү мөмкинлеге булған рентгенография үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Һүрәттәрҙе дауахана палаталары һәм рентген кабинеты булмаған шарттарҙа үткәрергә була. Аппарат конструкцияһын еңел күсереп йөрөтөргә, шулай уҡ тотороҡло урынлаштырырға мөмкин. Һанлы технология компьютер экранында юғары сифатлы диагностика һүрәтен тиҙ алырға ярҙам итә.
"Күсмә рентген аппараттарын ҡулланыу бүлексәнең эш һөҙөмтәһен күтәрергә, ваҡытты ҡыҫҡартырға, диагностика сифатын яҡшыртырға булышасаҡ", – ти табип-рентгенолог Динар Ғарифуллин.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.