Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
26 Сентябрь 2025, 10:16

Өлкәндәр, "Көмөш старт" һеҙҙе көтә

Заявкалар 26 сентябргә тиклем ҡабул ителә.

Өлкәндәр, "Көмөш старт" һеҙҙе көтәӨлкәндәр, "Көмөш старт" һеҙҙе көтә
Өлкәндәр, "Көмөш старт" һеҙҙе көтә

Башҡортостанда “Көмөш старт” федераль программаһында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итеү 26 сентябргә тиклем оҙайтылды. Ул өлкән йәштәге граждандарҙа эшҡыуарлыҡ ҡеүәһен күтәреүгә йүнәлтелгән.

Программа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылған “һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) нигеҙендә тормошҡа ашырыла, өлкән йәштәгеләргә комплекслы ярҙам сараларын, шул иҫәптән белем биреү модулдәрен, бизнес башланғыстарына грант булышлығын үҙ эсенә ала.

Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр ителәр.

– Өлкән быуындың тәжрибәһе – төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше өсөн ҡиммәтле ресурс. “Көмөш старт” программаһы, шулай уҡ дәүләттең бар яҡлап булышлығы ярҙамында ололар үҙҙәренең һөнәри тәжрибәһен файҙаланып, уңышлы бизнесҡа нигеҙ һала ала, – ти эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Программа 8 октябрҙә старт ала. 17 октябргә тиклем эшҡыуарлыҡ, һанлы грамоталылыҡ, финанс хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса уҡыуҙар ойошторола. Тәжрибәле остаздар белем бирәсәк. Программаның финал өлөшөндә шәхси проекттар яҡланасаҡ. Иң яҡшы башланғыс авторы үҙ эшен үҫтереү өсөн 150 мең һум грант аласаҡ.

– Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына ошо программаны башлауы, унда 25 пилот төбәккә ҡатнашыу мөмкинлеге биргәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. “Көмөш старт” өлкән быуын вәкилдәренең тормошона яңы һулыш бирер тип ышанабыҙ, – ти “Минең бизнес” үҙәге етәксеһе Аида Сәлимова.

 Заявканы серебряныйстарт.рф сайтына инеп тултырырға мөмкин.

Фото: gtrkrb.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас