Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
26 Сентябрь 2025, 10:11

Үктәй халҡына медицина ярҙамы яҡыная

Яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы ауылда оло байрамға әүерелде.

Үктәй халҡына медицина ярҙамы яҡынаяҮктәй халҡына медицина ярҙамы яҡыная
Үктәй халҡына медицина ярҙамы яҡыная

Иглин районының Үктәй ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына (национальный проект "Продолжительная и активная жизнь") ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Яңы медицина пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға тулыһынса яуап бирә. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, персоналдың яҡшы хеҙмәтләндереүе өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында фельдшер, ҡабул итеү, процедура кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмә урынлаштырылған. Яңы ФАПта Үктәй ауылы халҡы тәүге медицина ярҙамын аласаҡ, барлығы 237 кеше, шул иҫәптән 51 бала.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында то

– Бындай заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктының асылыуы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа мөһим этап. Ул ауыл халҡының сәләмәтлеген һаҡлау өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән, – тип билдәләне Иглин үҙәк район дауаханаһының баш табибы Радмир Һәүбәнов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас