Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
26 Сентябрь 2025, 10:59

Кәбеҫтә тоҙлай башланығыҙмы, дуҫтар?

Беҙ үҙебеҙ йыл һайын өс литр банкаларға тоҙлайбыҙ.    

Кәбеҫтә тоҙлай башланығыҙмы, дуҫтар?Кәбеҫтә тоҙлай башланығыҙмы, дуҫтар?
Кәбеҫтә тоҙлай башланығыҙмы, дуҫтар?

Беҙ үҙебеҙ йыл һайын өс литр банкаларға тоҙлайбыҙ.   Кәбеҫтә тоҙлау өсөн өс литр банка өсөн туралған кәбеҫтә, ҡырғыстан үткәрелгән кишер, 50 грамм тоҙ, 4 лавр япрағы, 8-10 борсаҡ ҡара борос кәрәк буласаҡ. Банкаға кәбеҫтә, кишер, тоҙ һалып, уҡлау менән төйгөсләй башлайбыҙ. Бер аҙ төйгөсләгәс, ике лавр япрағы, 4-5 ҡара борос һалып ҡалдырабыҙ. Унан кәбеҫтә, кишер, тоҙҙо һалған һайын  һыуы сыҡҡансы төйгөсләйбеҙ. Өҫкә менеп еткәнсе эш шулай дауам итә. Иң өҫкә еткәс, ҡалған ҡара борос һәм лавр япрағын һалып ҡуябыҙ. Унан 3 литрҙағы тоҙло кәбеҫтәбеҙҙе бер аҙна буйы бүлмә температураһында тотабыҙ. Көн һайын ҡарап, һыуы ташып китмәһен өсөн, уртаһына төртөп, тишеп торабыҙ. Бер аҙна үткәс, мөгәрәпкә йәки һыуытҡысҡа ҡуйырға була. Һәр беребеҙгә тоҙлаған тоҙламаларыбыҙ ризыҡҡа яҙһын.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова

Сығанаҡ: https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-09-24/k-be-t-to-lay-bashlany-y-my-du-tar-4400690 

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас