

Парк «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» төбәк проектына ярашлы барлыҡҡа килде. Заман талаптарына яуап биргән ял паркы күптәрҙең яратҡан урынына әүерелер.
Паркта бәләкәй балалар өсөн майҙансыҡ, спорт майҙансығы, йәшел зона бар. Подрядсы эштәрен “РефСтройПроект” ойошмаһы башҡарған. Улар ярҙамында ғәйәт ҙур эш башҡарылған: парк биләмәһе әҙерләнгән, авария хәлендәге ағастар ҡырҡылған, тупраҡ өҫтө тигеҙләнгән, кисен яҡты булһын өсөн заманса урам яҡтыртыусы фонарҙар урынлаштырылған, асфальт юл һалынған, эскәмйәләр ҡуйылған, балалар һәм спорт майҙансығына резина япма түшәлгән.
Ял паркын асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлия Краснова, «Стендмастер» йәмғиәте директоры Радмир Исламов, Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Айрат Хоҙайҙатов, ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
- Һеҙҙең хыялығыҙ тормошҡа ашты. Спорт-ял итеү комплексы балаларға ла, ололарға ла файҙалы һәм кәрәкле булһын. Спорт менән шөғөлләнегеҙ һәм сәләмәт булығыҙ, - тине Юлия Владимировна.
- Ауыл халҡы өсөн был ваҡиға бик һөйөнөслө. Был майҙансыҡтар әүҙем тормош алып барыу өсөн йәлеп итеү үҙәге булыр тип ышанам. Был программаны тормошҡа ашырыу Көнсығыш биҫтәһе өсөн ҙур байрамға әүерелде, улар быны оҙаҡ көттө. Халыҡ был проект өсөн әүҙем тауыш бирҙе. Бының өсөн уларға ҙур рәхмәт. Ауыл халҡына был матурлыҡты һаҡларға, ҡәҙерләргә һәм рәхәтләнеп ял итергә генә ҡала, - тине Ҡырмыҫҡалы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Хоҙайҙатов.
Көнсығыш биҫтәһендә йәшәүсе Ләйсән Латипова әйтеүенсә, улар был көндө күптән көткән.
- Комплекс асылыуына беҙ бик шатбыҙ. Балаларға бында оҡшар, килерҙәр, уйнарҙар, тип ышанам. Парк ауыл халҡының яратҡан урынына әйләнер. Беҙ ҡыҙым менән бында көн дә килергә әҙербеҙ. Заманса майҙансыҡтар, ял итеү урындары балалар, йәштәр һәм ололар өсөн дә кәрәк, - ти ул.
Спорт майҙансығы алдына ҡуйылған ал таҫманы ҡырҡып, мәртәбәле ҡунаҡтар сара сиктәрендә иптәштәрсә футбол матчын ҡараны.
Спорт менән шөғөлләнеү, ғаилә менән ял итеү өсөн уңайлы һәм заманса йыһазландырған парк һәр кемдең күңеленә хуш килер, балаларҙың шат тауыштарына күмелер, тип өмөт итәбеҙ.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.
Автор фотолары.