

Бөгөнгө көндә ир-егеттәр ата-бабаларыбыҙҙың ҡыйыу батырлығын яу яланында ҡабатлай.“Рысь ” позывнойлы яугир Бишауыл-Уңғар ауылында ишле ғаиләлә тыуа. Урындағы мәктәптә белем ала. Егет бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнә. Мәктәп тормошо менән ҡайнап йәшәй, спорт буйынса төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәктәпте тамамлаған егет армияға саҡырыу ала. 1997-1998 йылдарҙа Абхазия Республикаһында хеҙмәт юлын үтә. Сроклы хәрби хеҙмәтен тултырып, Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәп ҡайтҡас, үҙ төйәгендә төпләнә. Тәүҙә Ҡабаҡ кирбес заводында хеҙмәт юлын башлай, артабан Куйбышев тимер юлына эшкә күсә. Махсус хәрби операцияға юлланғансы төҙөлөш эштәрендә эшләй.
- Дуҫтарым, яҡындарым махсус хәрби операцияға киткәс, мин дә ситтә тороп ҡала алманым. Бигерәк тә бер туған ағайым да Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланғас, был хаҡта күп уйландым. Яу яланынан яңылыҡтарҙы тыныс күңел менән ҡарай алманым. Шунан етди ҡарарға килеп, бер-ике көндән мин дә уның артынан эйәрҙем, - ти яугир.
“Рысь” ҡушаматлы яугир ағымдағы йылдың 3 февралендә РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Әлеге көндә 433-сө мотоуҡсылар полкында рядовой-штурмлаусы булып хеҙмәт итә.
- Беҙ ғаиләлә өс бала үҫтек. Ике ағайым да махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итәләр. Мин оло ағайымдың унда юлланыуы тураһында аҙаҡ ҡына белдем. Ағайым эске эштәр министрлығында эшләп хаҡлы ялға сыҡты һәм эске эштәр министрлығынан контракт буйынса азат ителгән ҡалалар ойошмаларында һаҡсы булып эшкә барам тине. Һуңынан контракт төҙөп, алғы һыҙыҡҡа юлланған булған. Бөгөнгө көндә командир вазифаһында хеҙмәт итә. Кесе ағайым да махсус хәрби операцияға барырға теләк белдерҙе. Әлбиттә, уның ҡарарына ҡаршы булдым. Ләкин ул үҙ һүҙендә торҙо. Атай-әсәйебеҙ инде баҡыйлыҡҡа күстеләр. Ике улдары булғас, әсәйем гел генә илебеҙҙә тыныслыҡ, һуғыш ҡына була күрмәһен инде, тип борсола торғайны. Әле бына ике улы ла махсус хәрби операцияла, атай-әсәйебеҙ иҫән булһа, нисек түҙер ине йөрәктәре, тип илап алам, - ти яугирҙәрҙең һеңлеләре.
Илде һаҡлау элек-электән егет кеше өсөн тыуған төйәге, халҡы алдында изге бурыс һаналған. Ата-бабаларҙан ҡалған данлы традицияларға, халҡыбыҙға хас булған тыуған илде һөйөү хисенә тоғро ҡалып, әле лә беҙҙең егеттәр илебеҙ именлеге һағында тора. Әйткәндәй, беҙҙең ҡыйыу ир-егегттәр – Бөйөк Ватан һуғышы яугиренең ейәндәре. Олаталары ла Бөйөк Ватан һуғышында илен дошмандан һаҡлаған.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Бишауыл-Уңғар ауылынан “Рысь” позывнойлы яҡташыбыҙ бөгөнгө көндә сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле тыуған яғына ялға ҡайтҡан. Әле ул операцияға әҙерләнә. Яугир яраланғандан һуң терелеп, аяҡҡа баҫҡас, тағы махсус хәрби операцияға йыйына.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар менән 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға, йәиһә, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә
РӘХМӘТУЛЛИНА.