

Районда юлдар торошо көнүҙәк проблемаларҙың береһе, сөнки улар ауылдарға йәшәйеш бирә, йөҙөн күрһәтә. Шул йәһәттән районда милли проекттар нигеҙендә бик күп юлдар ремонтлана.
Варшавка ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң яңыртылған юлдарҙы асыу тантанаһы үтте. Асфальт юл “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашты.
Әлеге ваҡытта ауылға илткән юлдан башлап өс урамда - Мөлөков, Шайморатов һәм өлөшләтә Баҡса урамына асфальт түшәлгән. Шулай уҡ үҙәк урамда ике яҡлап тротуар һалынған, яңы юл билдәләре, урамды яҡтыртыусы бағаналар ҡуйылған. Улар Мөлөков урамын яҡтыртасаҡ. Эштәрҙең дөйөм хаҡы – 100 миллион һумдан ашыу.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, “Башальянсстрой” йәмғиәтенең техник директоры Андрей Пролипото, программаны тормошҡа ашырыуҙа тос өлөш индергән Нил Хәмитов, Шайморатов ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илвир Моратшин һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға килде.
- Ауыл ерендә яңы юл төҙөлөү – әһәмиәтле ваҡиға. Берҙән, уңайлылыҡ тыуҙырһа, икенсенән, ауылдарҙың үҫеүе өсөн дә яңы мөмкинлектәр тыуа. Юлдарҙы ремонтлау, уға асфальт һалыу – юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлегенә туранан-тура бәйле.
Бөгөн беҙ бәләкәй генә ауылдың ҙур шатлығы менән уртаҡлашабыҙ. Варшавка ауылы яҡшы юл ғына түгел, ә артабанғы йәшәү энергияһын да алды. Тимәк, ауылдың киләсәге өмөтлө, ауыл йәшәй һәм йәшәйәсәк. Ауылды тағы ла сағыуыраҡ һәм яҡтыраҡ итеүгә күп көс һалған һәр кемгә һәм ауылдарыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыуға мөмкинлек биргән программалар өсөн хөкүмәтебеҙгә оло рәхмәтемде белдерәм, - тине Әлфир Фәрхәт улы һәм яҡшы эш һөҙөмтәһе күрһәткән юл төҙөүселәре - «Бойондороҡһоҙ юл экспертизаһы үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең төҙөлөш контроле хеҙмәте етәксеһе Фәнзил Ғәйзетдиновҡа, “Башальянсстрой” йәмғиәтенең төҙөлөш участкаһы етәксеһе Дамир Хоҙайбирҙинға һәм юл эшсеһе Илшат Хәмиҙуллинға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
- Эшләгән эштең һөҙөмтәһен күреү һәр саҡ күңелле. Подрядсыларға ҙур рәхмәт. Тиҙ һәм сифатлы итеп эште башҡарҙылар. Мин ошо ауылда тыуып үҫтем. Шуға ла ауыл тормошона ҡағылған, ауыл кешеһен борсоған һәр мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынам һәм хәлемдән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙермен, - ти ауыл активисы Нил Хәмитов.
Ауыл халҡы, хәҙер ниндәй һауа торошо булыуына ҡарамаҫтан, юлда мәшәҡәттәр тыумаҫына ышана.
- Варшавка ауылына 1963 йылда килен булып төштөм. Ғүмерем буйына колхоз фермаһында алдынғы һауынсы булып эшләнем. Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветераны исемен дә алдым. Көндән-көн ауылдың матурланыуына, уңайлыҡтар булдырылыуына беҙ, әлбиттә, шатбыҙ. Элек урамдан техника үтһә саң туҙаны күтәрелә ине, ямғыр ваҡытында, яҙлы-көҙлө бысраҡ булды, хәҙер инде ялтырап ятҡан асфальттан ғына йөрөйәсәкбеҙ, - ти Зөлфиә Миңлевәли ҡыҙы Сәғитова.
Ауыл халҡы тәьҫораттары менән уртаҡлашты, район хакимиәтенә, төҙөүселәргә һәм юл төҙөүҙә тос өлөш индергән яҡташтары Нил Хәмитовҡа эскерһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Башҡаларҙың тормошона битараф булмаған яҡшы кешеләрҙең беҙҙең янда йәшәүе ҡыуаныслы. Улар бының өсөн бер ниндәй хаҡ һорамай, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Яңы юлды беҙ оҙаҡ көттөк. Ауылдашыбыҙ Нил Ғәлимйән улы ярҙамында хыялыбыҙ тормошҡа ашты, уға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ул был программаны тормошҡа ашырыуҙа финанс һәм рухи-әхлаҡи яҡтан йән өрҙө. Бынан тыш ауыл өсөн уның ярҙамы шаҡтай ҙур. Ауыл зыяратын кәртәләү буйынса изге эште лә үҙ көсө менән атҡарып сыҡты. Унда шулай уҡ ҡыш көнө зыяратҡа килгән кеше өшөмәһен өсөн бәләкәй генә йорт күтәрҙе һәм мейес сығарҙы. Уның тырышлығы менән ауылда күркәм мәсет ҡалҡып сыҡты. Шулай уҡ Шайморатов ауылында ла мәсет һалдырҙы. Нил Ғәлимйән улы ауыл эргәһендәге әсәһе исемен йөрөткән Ғәтиә быуаһын да төҙөкләндерҙе. Трассанан ауылға ингән ерҙә Бөйөк Ватан һуғышының 75 йыллыҡ юбилейы уңайынан арка эшләтте. Йыл һайын 9 Май байрамы алдынан арка буятылып, яңыртылып тора. Изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәүсе оло йөрәкле, аҡ күңелле Нил Ғәлимйән улы ауыл халҡының терәге һәм таянысы. Шундай яҡшы кешеләр күберәк булһын ине. Халыҡҡа ҡылған изгелектәрен Хоҙай Тәғәлә үҙенә мең сауап итеп ҡайтарһын. Ауылыбыҙ күҙгә күренеп күркәмләнә, матурлана, йәмләнә. Уны таҙартып, тәрбиәләү - ауыл халҡының бурысы, - ти бер тауыштан ауыл халҡы.
Сара сиктәрендә тантаналы алҡыштар аҫтында ал таҫма ҡырҡылды һәм юл рәсми рәүештә асыҡ тип иғлан ителде. Яңы юл халыҡ мәнфәғәтендә оҙаҡ хеҙмәт итһен.
Фирүзә
РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.